Архангел районы Айытмәмбәт ауылында яңы белем усағы төҙөлә

Архангел районы Айытмәмбәт ауылында яңы белем усағы төҙөлә https://bash.news/news/103532_arxangel_rajony_ajytmmbt_auylynda_yay_belem_usay_tl
21 авг 2019, 23:18

Иҫке мәктәп утынға. Эштәр 1 сентябргә тамамланырға тейеш. Әле эске биҙәкләү һәм биләмәләрҙе тәртипкә килтереү дауам итә. Төҙөлөш барышын БСт каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин күҙәтте.

Биҙәкләүсе Регина Хөсәйенова күп балалы әсә. Ханым үҙе лә Айытмәмбәт мәктәбен тамамлаған. Быйыл уның кинйә улы беренсе синыфҡа яңы мәктәпкә бара. Шуға ла әсә икеләтә тырышып эшләй.

Айытмәмбәт ауылында 300 кеше йәшәй. Бер нисә йыл элек урындағы мәктәп авария хәлендә тип табыла. Балаларға күрше ауылдарға йөрөп уҡырға тура килә. Ауылдаштарға республиканың адреслы инвестиция программаһы ярҙамға килә. Башҡортостандың 100 йыллығына атап бер ҡыйыҡ аҫтында 60 уҡыусыға иҫәпләнгән башланғыс мәктәп һәм 40 урынлыҡ балалар баҡсаһы күтәрелә. Уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр түҙемһеҙлек менән уның сафҡа инеүен көтә

Яңы белем усағы Айытмәмбәттең мәғрифәт үҙәге генә түгел. Бында урындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктына ла урын бүленгән. Балаларҙың туҡланыуын ойоштороуҙа ла саралар күрелгән. Аш-һыу блогында әле заманса ҡорамалдар ҡуйыла.

Мәктәп ҡаты яғыулыҡ менән йылытыласаҡ. Бының өсөн энергияны һаҡсыл тотонған заманса ҡаҙанлыҡ ҡуйылған. Иҫке белем усағының да файҙаһы тейә. Унан ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләнгән.

Мәктәп биләмәһендә футбол һәм хоккей майҙансығы төҙөү ҙә ҡарала. Уның тирә-яғы заман талаптары буйынса тәртипкә килтерелә. Эш йылдам бара.1 сентябрь бында тантаналы линейка үтергә тейеш. Дөйөм алғанда, быйыл Башҡортостанда 21 мәктәп сафҡа инә. Яңы уҡыу йылына файҙаланыуға тапшырылған белем усаҡтары һаны буйынса республика Волга буйы федераль округында беренсе урынға сыҡты.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Архангел районы Айытмәмбәт ауылында яңы белем усағы төҙөлә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий