«Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» проекты сиктәрендә баш ҡалала юлдар ремонтлана

«Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» проекты сиктәрендә баш ҡалала юлдар ремонтлана https://bash.news/news/103632_xefe_m_sifatly_yuldar_proekty_siktrend_bash_alala_yuldar_remontlana

Өҫтөнлөклө йүнәлеш. «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» проекты сиктәрендә быйыл баш ҡаланың урам-юл селтәренең дөйөм оҙонлоғо 48 км тәшкил иткән 29 участканы ремонтлау ҡаралған. 2025 йылға тиклем иҫәпләнгән программаға ярашлы, юлдарҙы тәртипкә килтереп, фото һәм видео теркәү ҡоролмаларының һанын арттырыу маҡсаты ҡуйылған. Артабан киләһе яҙмала.

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә юлдарҙы төҙөкләндереүсе эшселәр махсус ҡоролма ярҙамында иҫке асфальт ҡатламын таҙарта. Был күләмле ремонттың мотлаҡ шарттарының береһе. Ремонттың һәр этабы ентекле үтәлгәндә асфальт юл да оҙағыраҡ хеҙмәт итәсәк.

Юлға һалынған асфальт-бетон ҡатнашмаһы суперпэйв технологияһы буйынса яһалған. Был иһә юл ҡатламы республикаға хас һауа шарттарында оҙаҡ йылдар боҙолмай хеҙмәт итәсәк тигәнде аңлата. Асфальттың 6 cантиметрын тигеҙләүсе ҡырсынташ тәшкил итә, өҫкө 5 сантиметры юл ҡатламының сифаты өсөн яуап биргән төп ҡатнашма.

Владимир Ульянов, подрядсы ойошма етәксеһе: “География күҙлегенән юл участкаһы ҡатмарлы объект тип иҫәпләнә, сөнки ҡалҡыу ерҙә урынлашҡан. Ямғыр яуғанда был участканы төҙөкләндереү мөмкин түгел, шуға ла бөтә эште тиҙ арала тамамлау бурысы тора.

Асфальтты яңыртыуҙан тыш хеҙмәткәрҙәр уның ситен, тирә-яғын төҙөкләндеп, тротуарҙарҙы тәртипкә килтерәсәк. Төп эштәр тамамланғас юл һыҙаты термопластик буяу менән билдәләнә. Руставели урамын төҙөкләндереү өсөн 34 миллион һум аҡса бүленгән, сумманың 8 миллионы – федераль ҡаҙнанан”.

Тимур Мөхәмәтйәнов, Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе: “Рәсәй хөкүмәте тарафынан Башҡортостан юлдарын төҙөкләндерер өсөн өҫтәмә 2 млрд һум аҡса бүленде. Был сығымдар ярҙамында төпкөл ауылдар аша үткән юлдарҙы, күперҙәрҙе яңыртыу бурысы ҡуйылды”.

Тик Өфөлә генә быйыл 29 юл участкаһы йүнәтеләсәк, юл-транспорт фажиғәһе йыш теркәлгән 20 урын бөтөрөләсәк. Алдағы биш йыл эсендә баш ҡала юлдарының 86 проценты тәртипкә килтерелер тип күҙаллана.

Автор: Флорида Ким.

«Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» проекты сиктәрендә баш ҡалала юлдар ремонтлана

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий