Кинорежисер Руслан Юлтаев Зәйнәб Биишеваның «Көнһылыу» повесы буйынса тулы метражлы фильм төшөрәсәк

Кинорежисер Руслан Юлтаев Зәйнәб Биишеваның «Көнһылыу» повесы буйынса тулы метражлы фильм төшөрәсәк https://bash.news/news/103643_kinorezhiser_ruslan_yultaev_zjnb_biishevany_knylyu_povesy_bujynsa_tuly_metrazhly_film_tshrsk
22 авг 2019, 23:31

Проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам һорап ул Башҡортостан башлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса кәңәшсеһе Асҡар Абдразаҡовҡа мөрәжәғәт итте. Осрашыу «Берҙәм Рәсәй» партияһының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә үтте. Руслан Юлтаев яңы нәфис фильмды Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап төшөрөргә теләй. Фильмда уҙған быуаттың 42-43 сө йылдары – фронттан һалдаттарҙы көтөүсе ауыл халҡы, тыл эшсәндәре, бесән сабыу һәм ураҡ өҫтө һүрәтләнә.

Руслан Юлтаев, кинорежиссер: “Был проектты беҙ 3-4 йыл инде әҙерләйбеҙ. Актерҙар менән проблема булмаясаҡ. талантлы һәм кинола уйнай алған актерҙарыбыҙ етерлек. Ә бюджетына килгәндә, 9 миллион самаһы аҡса кәрәк буласаҡ. Башҡортостан башлығы грантына ғариза бирергә йыйынабыҙ, шулай уҡ Асҡар Абдразаҡов федераль грантҡа сығырға тәҡдим итте. Был тема һәр гражданинаға ҡағыла, шуға ярҙам булыр тип өмөтләнәбеҙ”.

Учалы, Ишембай һәм Нефтекама ҡалалары менән видеобәйләнеш ойошторолдо. Учалыла Ҡунаҡбай ауылында «Тыуған яҡ» программаһы буйынса төҙөкләндерелгәндән һуң ауыл клубы сафҡа инәсәк. Уны тантаналы асыуға учалылар Асҡар Әмир улын саҡырҙы. Ишембайҙа иһә 24 августа ҡала көнө билдәләнә, байрамда Асҡар Абдразаҡов мотлаҡ ҡатнашасағын һәм йырлаясағын белдерҙе, ә Нефтекама ҡалаһына 31 августа барырға вәғәҙәләне.

Асҡар Абдразаҡов, Башҡортостан башлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса кәңәшсеһе: “Эҙмә-эҙлекле эш алып барасаҡбыҙ. Бөтә һорауҙар ҙа хәл итерлек. Проекттарҙың авторҙарына аңлатып, ярҙам итеп ебәреү генә кәрәк. "Дөрөҫ юлдан барырға һәм һәр ваҡыт алға!" тип әйткем килә”.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Кинорежисер Руслан Юлтаев Зәйнәб Биишеваның «Көнһылыу» повесы буйынса тулы метражлы фильм төшөрәсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий