Өфөлә «Көмөш Аҡбуҙат» кинофестивале башланды

Өфөлә «Көмөш Аҡбуҙат» кинофестивале башланды https://bash.news/news/103770_fl_kmsh_abuat_kinofestivale_bashlandy
24 авг 2019, 21:32

«Көмөш Аҡбуҙат» кемгә эләгер?! Өфө Бөтә донъя кинематографистарын милли һәм этник кино фестиваленә йыя. Күләмле сара республикала дүртенсегә уҙғарыла. Ойоштороусылар быйыл ҡатнашырға теләк белдереүселәрҙең күп булыуын билдәләй, география ла киңәйгән.

Конкурсҡа Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәрҙән 49 кинокартина ҡабул ителгән, тулы, ҡыҫҡа метражлы һәм документаль фильмдар. Әлеге мәлдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында күләмле сараны асыу тантанаһы бара. Режиссерҙар, операторҙар, артистар ҡыҙыл келәм аша үтеп, баш ҡала тамашасыһын сәләмләне. «Көмөш Аҡбуҙат» фестиваленә махсус ҡунаҡ булараҡ «Күркәм быуат» сериалында Гюль ага ролен башҡарған билдәле төрөк актеры Сәлим Байраҡтар саҡырылған.

Сәлим Байраҡтар, актер /Төркиә/: “Башҡортостанға тәүге тапҡыр килдем, маҡсатым урындағы халыҡтың мәҙәниәте менән яҡындан танышыу, музыка, театр һәм кино ҡыҙыҡһындыра. Яңы ғына «Ете ҡыҙ» легендаһын һөйләп өлгөрҙөләр, минеңсә, халыҡтың үткәнен, йолаларын тап милли фильмдар аша күрһәтергә мөмкин. Образлы итеп әйткәндә, тыуған тупраҡтың һәр миллиметры тарих һаҡлай, уны ҡаҙып, тамашасыға дөрөҫ еткерә белергә генә кәрәк. Ошондай фестивалдәрҙең күбберәк ойошторолоуын теләйем”.

Өфөнөң «Ватан» кинотеатрында халыҡ-ара «Көмөш Аҡбуҙат» милли һәм этник кинофестивалендә ҡатнашыусы фильмдар менән танышырға була. Тәүге сәғәттәрҙән үк халыҡ кино күрһәтеү майҙанынан өҙөлмәй. Бай репертуарҙы 27 августҡа тиклем ҡарарға мөмкин. Тамашасыларға Башҡортостанда етештерелгән фильмдар ҙа күрһәтелә.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Өфөлә «Көмөш Аҡбуҙат» кинофестивале башланды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд