Башҡортостанда йәмәғәт киңлектәренең комплекслы үҫеш стратегияһы әҙерләнә

Башҡортостанда йәмәғәт киңлектәренең комплекслы үҫеш стратегияһы әҙерләнә https://bash.news/news/103776_bashortostanda_jmt_kilektrene_kompleksly_esh_strategiyay_erln

Республика етәксеһе Радий Хәбиров тәҡдиме менән ғәмәлгә ашырыла башлаған программа тәү маҡсатта ҡалалар мөхитенең сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән.

Стратегия өҫтөндә эш бер нисә этапта бара. Уларҙың тәүгеһе июнь аҙағында урындарҙа ойошторолдо. Күсмә семинарҙарҙа төбәктәрҙең үҫеше өсөн яуаплы вәкилдәр һәм эксперттар ҡатнашты. Осрашыуҙарҙа ҡалаларҙағы йәмәғәт киңлектәренең хәле тикшерелде. Атап үткәндә, буш ятҡан майҙандарҙа парктар һәм скверҙар төҙөү мәсьәләһе күтәрелде.

Артабан муниципалитет командалары бер ай дауамында үҙҙәренең үҫеш стратегияларын төҙөнө. Был эште башҡарғанда халыҡ менән осрашыуҙар уҙғарылып, йәмәғәт фекере тәрән өйрәнелде.

Бөгөн командалар Өфөлә илдең төрлө тарафтарынан килгән эксперттар советы алдында сығыш яһап, үҙ проектарын тәҡдим итте. Мәҫәлән, Өфөнөң Көньяҡ биҫтәһендә йәшәүселәр буш ятҡан майҙанды парк итеп үҙгәтеү яҡлы. Сөнки был урын әлеге ваҡытта ташландыҡ хәлдә, бөтә ерҙә ҡыуаҡлыҡ һәм сүп-сар өйөмдәре. Стәрлетамаҡ менән Октябрьский ҡалалары халҡы ла үҙҙәренең йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү башланғысы менән сығыш яһаған.

Автор: Илдар Байбулатов.

Башҡортостанда йәмәғәт киңлектәренең комплекслы үҫеш стратегияһы әҙерләнә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Минземимущество