Башҡортостан халҡы бөгөн республика башлығын һайлай

Башҡортостан халҡы бөгөн республика башлығын һайлай https://bash.news/news/104848_bashortostan_xaly_bgn_respublika_bashlyyn_ajlaj
08 сен, 09:00

Был вазифаға 8 кандидат дәғүә итә. Улар - Радий Хәбиров, Юрий Игнатьев, Зөлфиә Ғайсина, Иван Сухарев, Юнир Ҡотлоғужин, Владимир Кобзев, Владимир Барабаш һәм Рәфис Ҡадыров. Һайлау участкалары иртәнге 7-лә асылды һәм 21 сәғәткә тиклем тауыш биреүселәрҙе ҡабул итә. Республика башлығынан тыш бөгөн ике округ буйынса Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мандаттар хужаһы асыҡлана һәм урындағы үҙидаралыҡ органдарына депутаттар һайлана.

Башҡортостан халҡы бөгөн республика башлығын һайлай
Башҡортостан халҡы бөгөн республика башлығын һайлай

Республика башлығын һайлауҙың аныҡ һөҙөмтәләре 10 көн эсендә иғлан ителә. Тәүге мәғлүмәттәр иртәгә билдәле була. Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов.

Башҡортостан халҡы бөгөн республика башлығын һайлай

Бөгөн республика башлығын һайлауҙан тыш, ике округ буйынса Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай, шулай уҡ урындағы үҙидарылыҡ органдары депутаттары һайлана. Башҡортостанда 3 мең 434 участка асылды.

Юлдаш
Новости партнеров
GAUGA