Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөнөң109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөнөң109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе https://bash.news/news/104874_bashortostan_bashlyy_vazifayn_vaytlysa_basharyusy_radij_xbirov_fn109sy_ajlau_uchastkaynda_tauysh_bire
08 сен 2019, 12:13

Иң мөһиме һайлауҙың асыҡ, ғәҙел, конкурентлы шарттарҙа үтеүе. Был турала Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы бөгөн гражданлыҡ бурысын үтәгәндә белдерҙе.

Радий Хәбиров Өфөнөң 109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында урынлашҡан участкала видеокүҙәтеү ҡоролмалары урынлаштырылған, урамдар дүрт өҫтәлгә бүленгән. Һайлау барышын БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова ла күҙәтә.

Башҡортостан концерт залында урынлашҡан 109-сы һайлау участкаһы иң ҙурҙарҙың береһе, бында өс меңгә яҡын кеше беркетелгән, уларҙың утыҙы гражданлыҡ бурысын тәүге тапҡыр үтәй. Ғәҙәттәгесә сәйәси компанияла өлкән һәм урта быуын вәкилдәре әүҙем ҡатнаша. Ғаиләләре менән килеүселәр ҙә күп.

Радий Хәбиров ошо 109-сы һайлау участкаһында гражданлыҡ бурысын үтәне. Радий Фәрит улы билдәләүенсә, иң мөһиме сәйәси компанияның ғәҙел, асыҡ, законлы шарттарҙа үтеүе.

Залда төрлө партияларҙың һәм кандидаттарҙың күҙәтеүселәре лә эшләй. Улар фекеренсә, закон боҙоүҙар күҙәтелмәй.

109-сы һайлау участкаһына 3 меңгә яҡын кеше беркетелгән. Уларҙың 30-ы конституцион бурысы менән тәүгә файҙалана. Тауыш биреүселәргә рус, башҡорт йә татар телендәге бюллетендәр тәҡдим ителә. Һайлау сәйәси компания ғына түгел, ул төбәктең социаль-ижтимағи системаһына һынау ҙа булып тора. Йәштәрҙең күңеленә илһөйәрлек тойғоһо һалыу ҙа ошондай сараларҙан башлана.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөнөң109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир
GAUGA