Башҡортостан Башлығына дәғүә иткән барлыҡ кандидаттар тауыш биреп бөттө

Башҡортостан Башлығына дәғүә иткән барлыҡ кандидаттар тауыш биреп бөттө https://bash.news/news/104930_bashortostan_bashlyyna_d_itkn_barly_kandidattar_tauysh_birep_btt
08 сен 2019, 17:37

Башҡортостан Башлығы вазифаһына 8 кандидат дәғүә итә. Кандидаттар менән хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова аралашты.

Улар «Гражданлыҡ көсө» сәйәси партияһынан Владимир Барабаш, «Яблоко» партияһынан Зөлфиә Ғайсина, «Ғәҙел Рәсәй»ҙән Юрий Игнатьев, «Рәсәй патриоттары»нан Рәфис Ҡадиров, «Пенсионерҙар социаль ғәҙеллек өсөн» партияһынан Владимир Кобзев, Коммунистарҙан Юнир Ҡотлоғужин, Либерал-демократтарҙан Иван Сухарев һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһынан Радий Хәбиров.

Һайлау участкаларында бөгөн ғәҙәти булмаған йәнлелек, хатта, өҫтәлдәр янында сират йыйылып китә. Был юлы тауыш биреүселәр араһында өлкән, урта быуын вәкилдәре генә түгел, йәштәр ҙә күп. Тотош ғаиләләре менән килеүселәр ҙә бар.

Берҙәм һайлау көнөндә кандидаттар үҙҙәре лә тауыш бирә. Республика Башлығына дәғүә итеүселәрҙән иң беренсе булып Юрий Игнатьев гражданлыҡ бурысын үтәне. «Ғәҙел Рәсәй» партияһы вәкиле Сипайлово биҫтәһендәге 283-сө һайлау участкаһында теркәлгән. Бөгөн беҙ Башҡортостандың киләсәген билдәләйбеҙ,тине ул.

Радий Фәрит улы тормош иптәше Каринэ Хәбирова менән «Башҡортостан» концерт залында иртәнге ун берҙә тауыш бирҙе, улар теркәү урыны буйынса тап ошо 109-сы участкаға ҡарай. Бөгөн Башҡортостан өсөн бик яуаплы, хәл иткес көн, иң мөһиме сәйәси компанияның ғәҙел, законлы үтеүе, тине Радий Фәрит улы.

Ҡадировтар ғаиләһе тауыш биргән участка баш ҡаланың «Башҡортостан» ҡунаҡханаһында урынлашҡан. Рәфис Фәиз улы «Рәсәй патриоттары» фирҡәһенең кандидаты. Журналистар менән аралашҡанда икеле тойғолар кисереүен белдерҙе, еңеүгә лә, еңелеүгә лә берҙәй әҙермен тине ул.

Владимир Кобзев сәйәси темаларҙы яҡтыртҡан блогер булараҡ билдәле. Республика башлығына кандидат булып «Пенсионерҙар социаль ғәҙеллек өсөн» партияһынан теркәлгән. Оҙайлы, көсөргәнешле дебаттарҙан һуң әле арыу һиҙелә, һайлауҙан һуң ял кәрәк, ә дөйөм алғанда үҙ фекеремде халыҡҡа еткерә алдым тип уйлайым, тине ул.

Коммунистар партияһынан кандидат Юнир Ҡотлоғужин Өфөнөң Нуғай ауылындағы 288-се һайлау участкаһында тауыш бирҙе. Гражданлыҡ бурысын ул яңғыҙы ғына үтәмәне. Һайлауға кандидат тормош иптәше, балалары һәм ейән ейәнсәрҙәре менән килгән. Юнир Ҡотлоғужин һайлауҙың тыныс һәм эшлекле шарттарҙа үтеүен билдәләне.

«Гражданлыҡ көсө» партияһы вәкиле Владимир Барабаш Затон биҫтәһендәге 205-се һайлау участкаһында тауыш бирҙе. Ул һайлауға улы менән килгән. Кәйеф яҡшы, хатта байрамса, әммә проблемалар ҙа юҡ түгел, штабта ошо мәсьәләләрҙе көйләү менән шөғөлләнәбеҙ, тине Владимир Барабаш.

Либерал-демократик партия вәкиле Иван Сухаревтың һайлау участкаһы Өфөнөң Мөбәрәков урамындағы 9-сы мәктәптә урынлашҡан, кандидат тауыш биреүгә ҡатыны менән килде. Сәйәси компанияла закон боҙоуға юл ҡуйылмаҫ тип ышанам, фальсификация өсөн иректән мәхрүм итеү ҡаралған, тип белдерҙе ул.

Кандидаттар араһында берҙән-бер гүзәл зат вәкиле Зөлфиә Ғайсина, ул Сипайлово биҫтәһенең 29-сы мәктәбендә урынлашҡан һайлау участкаһында тауышы бирҙе. Зөлфиә Риф ҡыҙы әйтеүенсә, көн бик ҡатмарлы башланған, участкаларға уның исеменән, ялған ҡултамға менән сит кешеләр күҙәтеүсе булып барған.

Быйыл һайлау ваҡытының иртәнге сәғәт етенән киске туғыҙға тиклем оҙайтылыуы халыҡ өсөн бик уңайлы, эштән һуң да тауыш биреп өлгөрөргә мөмкин. Һайлау сәйәси компания ғына түгел, ул төбәктең социаль-ижтимағи системаһына һынау ҙа булып тора, ти участка ағзалары. Йәштәрҙең күңеленә илһөйәрлек тойғоһо һалыу ҙа тап ошондай сараларҙан башлана. Был юлы күҙәтелгән әүҙемлек иһә йәмғәтселектең республика киләсәгенә битараф булмауын иҫбатлай.

Автор: Р.Кәримова

Башҡортостан Башлығына дәғүә иткән барлыҡ кандидаттар тауыш биреп бөттө

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA