Башҡортостанда тауыш биреү өсөн өс сәғәт ҡалды

Башҡортостанда тауыш биреү өсөн өс сәғәт ҡалды https://bash.news/news/104949_bashortostanda_tauysh_bire_sn_s_st_aldy
08 сен, 18:00

Һайлау участкалары киске туғыҙҙа ябыла. Республикала Берҙәм тауыш биреү көнөндә 818 һайлау кампанияһы үтә. Төп сәйәси ваҡиға – ул Башҡортостан башлығы өсөн тауыш биреү.

Республика башлығы вазифаһына дәғүә иткән бөтә 8 кандидат һайлау участкаларына килде.

Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса үтәүсе Радий Хәбиров, “Берҙәм Рәсәй” партияһынан кандидат Өфөлә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында урынлашҡан участкала тауыш бирҙе. “Иң мөһиме һайлауҙарҙың ғәҙел һәм тыныс үтеүе”, - тине Радий Хәбиров.

Башҡортостанда тауыш биреү өсөн өс сәғәт ҡалды

Башҡортостанда тауыш биреү өсөн өс сәғәт ҡалды

“Рәсәй патриоттары” сәйәси фирҡәһенән Рәфис Ҡадыров, шулай уҡ 173-сө участкала конституцион хоҡуғы менән файҙаланды.

Башҡортостанда тауыш биреү өсөн өс сәғәт ҡалды

КПРФ-тан кандидат йәшәү урыны буйынса Нуғай ҡасабаһында һайлауға ғаиләһе менән килде. Ул тауыш биреүҙең тыныс һәм эшлекле шарттарҙа үтеүен билдәләне.

Башҡортостанда тауыш биреү өсөн өс сәғәт ҡалды

“Гражданлыҡ көсө” партияһынан Владимир Барабаш Затон биҫтәһендә 205-се һайлау участкаһына килде. Ул үҙенең штабында тауыш биреү барышын етди күҙәтеп барыуын әйтте.

Башҡортостанда тауыш биреү өсөн өс сәғәт ҡалды

“Ғәҙел Рәсәй”ҙән кандидат Юрий Игнатьев Сипайлово биҫтәһендә тауыш бирҙе.

Башҡортостанда тауыш биреү өсөн өс сәғәт ҡалды

ЛДПР-ҙан Иван Сухарев Өфөнөң 9-сы мәктәбендә урынлашҡан участкаға килде. Тауыш биреү барышында ҡануниәт үтәлешенә ҙур иғтибар бирәсәгенә баҫым яһаны.

Башҡортостанда тауыш биреү өсөн өс сәғәт ҡалды

“Социаль ғәҙеллек өсөн Рәсәй пенсионерҙары” партияһы кандидаты Владимир Кобзев Өфө балалар филармонияһындағы участкала тауыш бирҙе. Ул сәйәси кампания ҡыҙыу һәм көсөргәнешле барыуын билдәләне.

Башҡортостанда тауыш биреү өсөн өс сәғәт ҡалды

Берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ кандидат, “Яблоко” партияһынан Зөлфиә Ғайсина Сипайлово биҫтәһендә тауыш бирҙе. Ул ҡайһы бер һайлау участкаларына шәхсән барып тауыш биреүҙе күҙәтәсәген белдерҙе.

Башҡортостанда тауыш биреү өсөн өс сәғәт ҡалды

Юлдаш
Новости партнеров