Республикала 3 миллион 50 меңгә яҡын һайлаусы бар

Республикала 3 миллион 50 меңгә яҡын һайлаусы бар https://bash.news/news/104976_respublikala_3_million_50_meg_yayn_ajlausy_bar
08 сен, 21:28

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 18 сәғәткә электораттың 57 проценты тауыш биргән. Был 1 миллион 720 мең һайлаусы тигән һүҙ. Ҡалалар буйынса халыҡтың әүҙемлеге йәһәтенән Сибай менән Күмертау, райондар араһында Тәтешле, Миәкә һәм Салауат алда бара.

Республикала 3 миллион 50 меңгә яҡын һайлаусы бар
Республикала 3 миллион 50 меңгә яҡын һайлаусы бар

Быйыл республикала 39 меңдән ашыу егет-ҡыҙ һайлауҙа тәүге тапҡыр ҡатнаша алды. Йөҙйәшәрҙәр ҙә бар – 227 һайлаусы бер быуаттан оҙағыраҡ йәшәй. Улар оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, әүҙем гражданлыҡ позицияһында тора, бөгөн дә үҙ хоҡуҡтары менән файҙаланып, тауыш бирҙеләр. Участка һайлау комиссиялары ағзалары уларҙың өйҙәренә барҙы. Хәйбулла районы һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова.

Республикала 3 миллион 50 меңгә яҡын һайлаусы бар

Дим районының “Сағыу” биҫтәһендә яңы асылған 162-се мәктәп тә бөгөн һайлаусыларҙы ҡабул итте. 1-се һайлау учаскаһынан хәбәрсебеҙ Йәмил Ишмөхәмәтов.

Республикала 3 миллион 50 меңгә яҡын һайлаусы бар

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһында "ҡыҙыу бәйләнеш" булдырылған. Һайлау барышына бәйле һорауҙар һәм мөрәжәғәттәр 8-800-222-11-83 телефоны буйынса шылтыратырға була. Ул иртәгә 18 сәғәткә тиклем эшләй.

Юлдаш
Новости партнеров
GAUGA