Йәкшәмбе уҙған сәйәси кампанияла төбәктә йәшәүселәрҙең 72 процентҡа яҡыны ҡатнашты

Йәкшәмбе уҙған сәйәси кампанияла төбәктә йәшәүселәрҙең 72 процентҡа яҡыны ҡатнашты https://bash.news/news/105080_jkshmbe_uan_sjsi_kampaniyala_tbkt_jshselre_72_procenta_yayny_atnashty
09 сен 2019, 20:56

Улар республика етәксеһен һайлауҙан тыш, ике округ буйынса Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға һәм урындағы советтарға депутаттар өсөн тауыш бирҙе. Һайлауҙа бигерәк тә Тәтешле, Федоровка, Салауат, Баҡалы, Ҡариҙел райондарында йәшәүселәр әүҙемлек күрһәткән. Урында һайлау хоҡуғына эйә булған граждандарҙың 90 проценттан ашыуы ҡатнашҡан. Ҡалалар араһында Сибай менән Күмертауҙы билдәләргә мөмкин.

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында таңғы сәғәт биштән район-ҡалаларҙа тауыш биреүселәр, ҡулланылған бюллетендәр, протоколдар һанына бәйле таблица төҙөлә. Яҙыуҙар буйынса сәйәси кампанияла бигерәк тә Салауат районында йәшәүселәрҙең юғары әүҙемлек күрһәтеүе һиҙелә.

Эльвира Ғәлиева, Салауат районы территориаль һайлау комиссияһы секретары: “Беҙҙең районда 44 участка булды, ике участкала КОИБ-тар ҡулланылды. Һайлау бик әүҙем үтте, халыҡ күпләп ҡатнашты, 94 процент. Сәғәт бишкә тиклем протоколдар төҙөнөк тә, Өфөгә юл тоттоҡ”.

Территориаль комиссияларҙа һайлау һөҙөмтәләре буйынса протоколдар, акттар төҙөлә. Әммә эш бының менән генә сикләнмәй. Рәсми документтар Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында яңынан ҡаралды. Республика буйынса бюллетендәр иртәнге сәғәт туғыҙға эшкәртелгәйне. Уға ярашлы, һайлау хоҡуғына эйә булған граждандарҙың 71, 8 проценты ҡатнашыуы билдәле. Статистик мәғлүмәттәргә ярашлы, иртәнге сәғәт һигеҙгә тиклем алтмыш меңдән ашыу кеше тауыш биргән. Белгестәр билдәләүенсә, һайлау ваҡытының ике сәғәткә оҙайтылыуы - уңышлы башланғыс.

Индира Гәрәева, Саҡмағош районы территориаль һайлау комиссияһы секретары: “Был үҙгәреште халыҡ ҡыуаныс менән ҡабул итте. Сәғәт етегә бик күп кеше килде. Кистән дә һиҙелде. Бик күптәр 8-ән 9-ға тиклем үҙҙәренең гражданлыҡ бурыстарын килеп үтәнеләр”.

Быйыл "мобиль һайлаусылар" һаны артыуы күҙәтелә. 51 меңдән ашыу кеше был мөмкинлек менән ҡулланып, теркәү урынан ситтә булған уңайлы участкаларҙы һайлай. Илдең баш ҡалаһында йәшәүсе яҡташтарыбыҙ ҙа мөһим сәйәси кампаниянан ситтә ҡалманы.

Марат Ғәҙелов, Башҡортостан үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары: “Быйыл эксперимент булараҡ Мәскәүҙә утыҙ һанлы һайлау участкаһы булдырылғайны, уның ярҙамында төбәк башлыҡтарын һайлаусы Рәсәй граждандары тауыш бирә алды. Илдең баш ҡалаһында Башҡортостанда ойошторолған сәйәси кампания буйынса һайлауҙа ҡатнашыуға 195 ғариза ҡабул ителгәйне, участкаларға 148 яҡташыбыҙ килде”.

Башҡортостанда барлығы 3434 һайлау участкаһы эшләне, шулай уҡ халыҡ ваҡытлыса булған урындарҙа - шифахана, дауахана, тәфтиш изоляторҙары һәм Өфө тимер юлы вокзалында ла тауыш биреү мөмкинлеге булды. Баш ҡалалағы барлыҡ участкалар ҙа видеокүҙәтеү камералары менән йыһазландырылғайны. Төбәктең үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко билдәләүенсә, сәйәси кампания ойошҡан рәүештә, тыныс үтте.

Илона Макаренко, Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе: “8 сентябрҙә Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһына 24 мөрәжәғәт килде. Уларҙың күбеһе аңлатыу характерында. Тәү сиратта, һорауҙар һайлау тәртибе, ҡайҙа тауыш биреүгә бәйле ине. Участкаларҙың эшмәкәрлеге буйынса рәхмәт һүҙҙәрен еткереүселәр булыуы ла ҡыуандырҙы”.

Шул уҡ ваҡытта Республика башлығынан тыш, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Ҡояшлы һәм Комсомол округтарына депутаттар ҙа һайланғайны, улар буйынса ла "Берҙәм Рәсәй" партиялары ағзалары үткән. Әлегә урындағы үҙидаралыҡтарға ышаныс белдерелгән халыҡ һайланыусыларына бәйле мәғлүмәттәр эшкәртелә.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Йәкшәмбе уҙған сәйәси кампанияла төбәктә йәшәүселәрҙең 72 процентҡа яҡыны ҡатнашты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA