Эксперттар фекеренсә, Радий Хәбировтың уңыш сере халыҡ араһында булыуында

Эксперттар фекеренсә, Радий Хәбировтың уңыш сере халыҡ араһында булыуында https://bash.news/news/105081_eksperttar_fekerens_radij_xbirovty_uysh_sere_xaly_araynda_bulyuynda
09 сен 2019, 20:57

Белгестәр Радий Хәбировтың һайлауҙа еңеүе һәр ваҡыт йәмәғәтселек араһында ҡайнауы, көнүҙәк проблемалар өсөн яуаплылыҡ алырға ҡурҡмауы менән бәйле. Радий Хәбиров өсөн 1 миллион 800 меңгә яҡын кеше тауыш биргән, был бик юғары күрһәткес.

Мәҫәлән, сағыштырыу өсөн Мәскәүҙәге һайлауҙа Сергей Собянинға миллион ярым кеше теләктәшлек күрһәткән. Эксперттар әйтеүенсә, сәйәси компанияла көрәштең һигеҙ кандидат араһында барыуы ла төбәк тарихында тәүге тапҡыр. Улар араһынан тап Радий Хәбировтың еңеп сығыуы көтөлгән күренеш, тип әйтергә мөмкин.

Радий Фәрит улының республикаға ҡайтыуына бер йыл да юҡ, әммә ошо осорҙа ул бар район-ҡалаларҙы ла ла тиерлек урап сыҡты, йылдар буйы хәл итеүҙе көткән проблемалар ҡуҙғатылды. Радий Хәбиров үҙ эшен халыҡ араһында, ябай кеше мәнфәғәттәрен ҡайғыртыуҙан башланы, уңыштың сере шуға бәйле, ти белгестәр.

Радий Хәбиров федераль кимәлдә тәжрибә туплаған, әммә ошо төбәктә тыуып үҫкән һәм республиканың ихтыяждарын яҡшы белгән етәксе. Ә Башҡортостанға үҫеш өсөн киң ҡарашлы, көслө етәксе килеүе бик мөһим. Социологтар әйтеүенсә, халыҡ араһында үткәрелгән һорауламалар рейтингы Радий Хәбировтың еңеүен алдан уҡ фаразлаған. Беренсенән, эш сәфәрҙәре, проблемалар өсөн яуаплылыҡ алыуҙан ҡурҡмау, нимәлер килеп сыҡмағанда үҙ хатаңды таный белеү һәм социаль селтәрҙәрҙә алып барылған эш. Ул эшмәкәрлеген киң ҡолас менән, төрлө даирәләрҙә алып барыуы ла үҙ һөҙөмтәһен бирә. Йәғни, Радий Хәбиров ышанысты аныҡ эштәр менән яуланы һәм киләһе көнгә өмөт тыуҙырҙы тип әйтергә кәрәк.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Эксперттар фекеренсә, Радий Хәбировтың уңыш сере халыҡ араһында булыуында

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд