Йәмәғәт транспортында хәрәкәт иткән мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы үҙгәрештәр көтә

Йәмәғәт транспортында хәрәкәт иткән мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы үҙгәрештәр көтә https://bash.news/news/105267_jmt_transportynda_xrkt_itkn_mmkinlektre_siklngn_grazhdandary_greshtr_kt
11 сен 2019, 21:49

Өфөлә юл хужалығы комитеты вәкилдәре ярҙамға мохтаж пассажирҙар менән осрашып мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын барланы. Насар күргән пассажирҙар автобусҡа йөрөргә ярҙам иткән эттәр менән инергә хаҡлы, әммә күптән түгел Өфөлә күңелһеҙ осраҡ теркәлә.

Йәмәғәт транспорты водителе хайуанды автобусҡа индермәй. Шулай уҡ, такси хеҙмәте менән ҡулланған граждандар эт булған осраҡта машинаны оҙаҡ көтөүе асыҡлана. Белгестәр был һорауҙар дәүләт кимәлендә хәл ителергә тейеш тигән һығымтаға килде.

Тимур Мөхәмәтйәнов, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе: “Бөгөнгө осрашыуҙан һуң республикала социаль такси акцияһы иғлан ителәсәк. Әле Башҡортостанда 12 меңдән ашыу такси автомобиле иҫәпләнә, уларҙың һәр береһенә мөмкинлектәре сикләнгән граждандар менән эшләү ҡағиҙәләре еткереләсәк. Шулай уҡ, насар күргән граждандарға ярҙам иткән эттәҙең эшмәкәрлеген техник ҡоролмаларға тиңләштереү тураһында закон проекты тәҡдим итәсәкбеҙ”.

Автор: Флорида Ким.

Йәмәғәт транспортында хәрәкәт иткән мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы үҙгәрештәр көтә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA