Анапа ҡалаһы «Йәштәр ижады» фестивален ҡабул итте

Анапа ҡалаһы «Йәштәр ижады» фестивален ҡабул итте https://bash.news/news/105272_anapa_alay_jshtr_izhady_festivalen_abul_itte
11 сен 2019, 21:54

Быйыл 14-се тапҡыр ойошторолған сарала Рәсәйҙән һәм Белоруссиянан 18 йәшкә тиклемге айырым башҡарыусылар һәм балалар коллективтары ҡатнашты. Уларҙың барыһы ла төбәк конкурстары еңеүселәре.

Мәскәүҙең мәҙәниәт үҙәге илдең баш ҡалаһында меңгә яҡын коллектив араһынан конкурсҡа "Илһам" башҡорт театрын һайлап алған. Коллективтың иң йәш ағазалары ике илдең берлектәге проектында башҡорт мәҙәниәтен тәүге тапҡыр тәҡдим итте. Ойоштороусылар билдәләүенсә, фестиваль Рәсәй менән Белоруссия араһындағы дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе артабан да йәйелдереүгә йүнәлтелгән.

Сара төрлө программаларға бай булды. "Илһам" театрының йәш тәрбиәләнеүселәре Анапаның төп майҙанында башҡорт йырҙары һәм бейеүҙәре менән сығыш яһауҙан тыш, Бөйөк Ватан һуғыш ветерандары һәйкәленә сәскә һалды.

Анапа ҡалаһы «Йәштәр ижады» фестивален ҡабул итте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд