Радий Хәбиров Бәләбәй районында сусҡасылыҡ комплексын төҙөү мәсьәләһен хупланы

Радий Хәбиров Бәләбәй районында сусҡасылыҡ комплексын төҙөү мәсьәләһен хупланы https://bash.news/news/105368_radij_xbirov_blbj_rajonynda_susasyly_kompleksyn_t_mslen_xuplany
12 сен 2019, 23:17

Күләмле проект сираттағы "Инвестиция сәғәте"ндә тикшерелде. Комплекс йылына 15 мең тонна сусҡа ите етештереүгә иҫәпләнгән. Әммә проекты уңышлы ғәмәлгә ашырыу өсөн инвестор һалымдар буйынса ташлама, шулай уҡ техника һәм сусҡа бәрәстәре һатып алыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауҙа ярҙам һораны.

Ә бына Краснокама районында бағыр үртесетеү өсөн биологик модулдәр урынлаштырыласаҡ. Күҙалланыуынса, бында йылына 150 мең тонна балыҡ етештереләсәк. Проекты ғәмәлгә ашырыу хужалыҡҡа сауҙа баҙарын киңәйтергә мөмкинлек бирәсәк.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Радий Хәбиров Бәләбәй районында сусҡасылыҡ комплексын төҙөү мәсьәләһен хупланы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество