Өфөлә шаурма менән ағыуланыу осрағы буйынса енәйәт эше асылған

Өфөлә шаурма менән ағыуланыу осрағы буйынса енәйәт эше асылған https://bash.news/news/105370_fl_shaurma_menn_ayulanyu_osray_bujynsa_enjt_eshe_asylan
12 сен 2019, 23:23

15 кеше ағыуланған, әле улар дауаханала ята, дүртеһе ауыр хәлдә. Биш бала һәм өлкәндәр, бер ауырлы ҡатын кисә Сипайлово биҫтәһендәге киоскынан шаурма алып ашағандан һуң үҙен насар тойған. Көнсығыш ризығы менән сауҙа итеүсе кибет ябылған, унда күп һанлы ҡағиҙә боҙоуҙар теркәлгән.

5 һәм ун йәшлек балаларҙы бер шаурма менән һыйлау реанимацияға эләгеү менән тамамланыр тип улар уйламаған. Бәхтейәр менән Гөлшан кисә төш ваҡытында Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендәге Маршал Жуков һәм Баязит Бикбай урамдары киҫелешендәге шаурма кибетенә туҡтай. Уларҙы Хәләл билдәһе йәлеп итә. Тик был төндө улар аяҡ өҫтөндә үткәргән. Ике балалары ла ҡаланың 4-се дауаханаһында ауыр хәлдә.

Бәхтейәр Джумаев, ағыуланған балаларҙың атаһы: “Реанимацияла ике балам ауыр хәлдә ята. Мин күрәләтә халыҡты ағыулаусыларға закон менән яза булыр тип өмөтләнәм. Һатыусы боҙолған ит менән һатыу итергә ҡуштылар тине”.

Гөлшан Ҡәбилова, ағыуланған балаларҙың әсәһе: “Тауыҡ итенән ине. Кисә ашағас та ҡоҫа башланылар. Дауаханаға алып барғас шунда уҡ реанимация бүлегенә илттеләр”.

Был кибеттән шаурма алып ашаған 15 кеше дауаханаға мөрәжәғәт иткән. Уларҙың 14 дауаханала ята, ауырлы ҡатын перинаталь үҙәккә күсерелгән.

Халыҡтың иң күп йөрөгән ере бөгөн дә буш түгел. Киосктың эшмәкәрлеге хоҡуҡ органдары тарафынан тикшерелә. Бөтә продукция анализға ебәрелгән.

Илһам Ҡорбанғәлиев, Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү буйынса Башҡортостан идаралығы бүлеге етәксеһе урынбаҫары: “Киоск бер ниндәй ҙә санитар талаптарға яуап бирмәй. Һыу менән тәьмин ителмәгән, каналаизация юҡ, бында эшләүселәр һәм киоскта туҡланыусыларға шәхси гигиена шарттары юҡ. Административ протокол нигеҙендә ул 90 тәүлеккә ябыла”.

Асыҡланыуынса, был кибеттән шаурма алып ашап ағыуланыуылар 15 кеше генә түгел. Быға тиклем дә ошондай хәл теркәлгән. Әммә улар бер ҡайҙа ла хәбәр итмәгән.

Эльвира Бәҙретдинова: “Мин яҡында ғына эшләйем. Бер тапҡыр ашап шулай уҡ үҙемде насар тойҙом, ҡоҫтом. Ашығыс ярҙам саҡырырға тура килде. Таныштарымдың балалары ла ҡоҫоп ауырыны”.

Кибет Маршал Жуков туҡталышының өҫтөндә тиерлек урынлашҡан. Ни өсөн был киосктар эшмәкәрлегенә юл шулай асыҡ? Был урамдар киҫелешендә генә өс кибет бар – Питер шавермаһы, Утта ҡыҙҙырып бешерелгәне һәм Хәләл -йәнең ниндәйен теләй. Һәр береһендә санитар талаптарҙың үтәлмәүе көн кеүек асыҡ. Халыҡта ниңәлер беҙҙең өсөн ят ризыҡҡа ҡыҙығыу бар. Һорау булғас тәҡдим дә арта.

Осраҡ буйынса енәйәт эше асылған. Халыҡ өҙөлмәгән урынды әле кешеләр урап үтер. Сөнки бында ашамлыҡ еҫе түгел, ә хлор еҫе аңҡый. Киоск бинаһы тулыһынса хлор ҡатнашмаһы менән эшкәртеледе.Сирҙең сығанағы һәм ағыуланыу сәбәбе роспотребнадзор һәм эпидимиологтар яһаған анализ һөҙөмтәләре буйынса билдәле буласаҡ.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Өфөлә шаурма менән ағыуланыу осрағы буйынса енәйәт эше асылған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд