Радий Хәбировтың еңеүе федераль каналда феномен булараҡ ҡаралды

Радий Хәбировтың еңеүе федераль каналда феномен булараҡ ҡаралды https://bash.news/news/105469_radij_xbirovty_eee_federal_kanalda_fenomen_bulara_araldy
13 сен 2019, 22:50

Владимир Соловьевтың федераль каналда эфирға сыҡҡан сираттағы тапшыуында Радий Хәбировтың һайлауҙа еңеү яулау феномены тураһында фекер алышынды. Студия эксперттары Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының 82 проценттан ашыу тауыш йыйыуын һәм сәйәси кампанияла төбәктә йәшәүселәрҙең 72 процентҡа яҡыны ҡатнашыуына үҙ аңлатмаһын бирҙе.

Шулай уҡ видеобәйләнеш аша программаға Радий Хәбиров та ҡушылды. Ун ай дауамында урындағы халыҡ менән мөмкин тиклем ғәҙел булырға, һөҙөмтәле эшләргә һәм барлыҡ вәғәҙәләрҙе лә теүәл үтәргә тырыштым,тине Башҡортостан етәксеһе.

Программала ҡатнашыусы эксперттар Радий Хәбировтың һүҙҙәрен ҡеүәтләп, һайлаусылар төбәк етәкселәренән асыҡ һәм ғәҙел булыуҙы талап итә, тип билдәләне.

Радий Хәбировтың еңеүе федераль каналда феномен булараҡ ҡаралды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA