«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының сәнғәт мәктәбе алып барыусылар өсөн курстар ойоштора

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының сәнғәт мәктәбе алып барыусылар өсөн курстар ойоштора https://bash.news/news/105602_bashortostan_dlt_teleradiokompaniyayny_snt_mktbe_alyp_baryusylar_sn_kurstar_ojoshtora
16 сен 2019, 21:52

Уҡыуҙар 23-28 сентябрҙә үтә. Курста ҡатнашыусылар матур һәм дөрөҫ һөйләргә өйрәнеп кенә ҡалмаясаҡ, шулай уҡ программаның темаһын тикшереү һәм сценарий өҫтөндә эшләү, ижади идеяларҙы ғәмәлгә ашырыу, материалдарҙы анализлау һәм мәғлүмәтте дөрөҫ ҡороу буйынса белемдәрен камиллаштырасаҡ.

Телерадио сәнғәте мәктәп-студияһын тамамлаусыларға өҫтәмә белем алыу тураһында таныҡлыҡ тапшырыла. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы төбәктә тәүгеләрҙән булып һөнәри белем биреү эшмәкәрлеген алып барыуға лицензия алғайны. Хәҙер уның нигеҙендә хәбәрселәр, мөхәррирҙәр әҙерләү һәм квалификацияны күтәреү мөмкинлеге бар.

Автор: Илдар Байбулатов.

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының сәнғәт мәктәбе алып барыусылар өсөн курстар ойоштора

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд