Республикала алданған өлөшсөләрҙе яҡлау фонды булдырыла

Республикала алданған өлөшсөләрҙе яҡлау фонды булдырыла https://bash.news/news/105607_respublikala_aldanan_lshslre_yalau_fondy_buldyryla
16 сен 2019, 22:48

Башҡортостанда алданған өлөшсөләр ҡатнашлығында һалынған 22 объектты файҙаланыуға тапшырыу махсус фонд ярҙамында хәл ителәсәк. Алданған өлөшсөләрҙең йорттарын һалыуға 7 миллиард һумдан ашыу аҡса кәрәк. Был турала бөгөн Төҙөлөш сәғәтендә билдәләнде.

Проблеманы хәл итеүгә федераль сығымдар ҙа йәлеп ителә. Банкрот - төҙөүсе компанияларҙың өлөшсөләр алдындағы бурыстарын көйләү буйынса төбәк фонды етәксеһе Дамир Миңлеханов белдереүенсә, ил ҡаҙнаһынан 16 миллиард һум бүленгән. Әлегә Өфө, Ҡабаҡ ауылы һәм Иглин районындағы ике фирманың проблемалы объекттарында эш күләме иҫәпләнә. Алдағы йылдың аҙағынаса 3 мең 600-ҙән ашыу өлөшсө ҡатнашлығында һалынған 22 йортта мәсьәләне хәл итеү билдәләнгән.

Йорт һалыныуын 12-шәр йыл көтөүсе граждандар бар. Енәйәт эше ҡуҙғатылып ғәйеплеләр холоҡ төҙәтеү урындарынан мөҙҙәтен тултырып сыҡҡан. Әммә мәсьәләне хәл итеү асыҡ ҡала, тип билдәләнде ултырышта. Фонд банкрот тип һаналған компаниялар эшен теүәлләү менән шөғөлләнә, ә проблемалы объекттар күп.

Ултырышта республиканы бассейндар менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә ҡаралды. Стандарт ҙурлыҡтағы бассейны бөтөнләй булмаған ҡала-райондар бар. Межгорье, Благовещен, Благовар, Бүздәк, Дыуан, Саҡмағош һәм башҡалар. Тәү сиратта уларҙы өҫтөнлөклө проекттарға индереү һәм киләсәктә спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыу бурысы ҡуйылды.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Республикала алданған өлөшсөләрҙе яҡлау фонды булдырыла

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество