Башҡортостандың кеше хоҡуҡтары буйынса советы рәйесе итеп Владимир Барабаш тәғәйенләнде

Башҡортостандың кеше хоҡуҡтары буйынса советы рәйесе итеп Владимир Барабаш тәғәйенләнде https://bash.news/news/105693_bashortostandy_keshe_xoutary_bujynsa_sovety_rjese_itep_vladimir_barabash_tjenlnde
17 сен 2019, 23:45

Бөгөн йәмәғәт ойошмаһының тәүге ултырышы уҙҙы. Республикала яңы барлыҡҡа килгән орган граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм иркен яҡлауға махсуслашҡан. Кеше хоҡуҡтары өлкәһендәге ҡануниәт үтәлешен күҙәтеү ҙә совет ағзалары ҡарамағында.

Владимир Барабаш, Башҡортостандың кеше хоҡуҡтары буйынса советы рәйесе: “Был бик ҡыйыу аҙым. Үҙ кеше хоҡуҡтары буйынса советы менән һәр төбәк тә маҡтана алмай. Икенсенән, ойошманың күпселек ағзалары власҡа ярамаған кешеләр. Улар менән бергә эшләү теләге белгертеү ихтирамға лайыҡ”.

Ойошмаға 36 ағза ингән. Улар башлыса йәмәғәтселек фекерен иҫәпкә алып, хоҡуҡ яҡлау, халыҡ мәнфәғәте өсөн әүҙем көрәшкән кешеләр араһынан һайлап алынған. Ресапубликала йәшәүселәр үҙҙәре үк кандидаттар тәҡдим иткән. Яңы барлыҡҡа килгән орган алдында етди бурыстар тора, тине Радий Хәбиров.

Автор: Айнур Кәбиров.

Башҡортостандың кеше хоҡуҡтары буйынса советы рәйесе итеп Владимир Барабаш тәғәйенләнде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество