Өфөнөң ЭКСПО-күргәҙмәләр майҙанында төбәктә ҙур ихтыяж булған һөнәрҙәр фестивале үтә

Өфөнөң ЭКСПО-күргәҙмәләр майҙанында төбәктә ҙур ихтыяж булған һөнәрҙәр фестивале үтә https://bash.news/news/105695_fn_ekspokrgmlr_majanynda_tbkt_ur_ixtyyazh_bulan_nrr_festivale_t
17 сен 2019, 23:47

Ике көн дауамында республиканың 27 муниципалитеты йәш үҫмерҙәре йөҙҙән ашыу һөнәр нескәлектәре менән таныша ала. Башҡортостан башлығы һәм Хөкүмәте, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, мәғариф, ауыл хужалығы, сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлыҡтары һәм Өфө ҡала хакимиәте ярҙамында ойошторолған форум тураһында беҙҙең сайтта.

Күргәҙмәләр залында күпте белергә, киләсәк һөнәре хаҡында бөгөндән уйланған егет-ҡыҙҙар йыйылған. Алты тармаҡҡа бүленгән интерактив зоналарҙа һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған һөнәр нескәлектәре менән танышты. Александр Ковалев Өфө машина эшләүселәр колледжының өсөнсө курс студенты. Ул тимер бөгөүсе ябай ҡорамалдарҙа һәм һанлы станоктарҙа эшләүҙә лә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.

Александр Ковалев, Өфө машина төҙөүселәр колледжының 3-cө курс студенты: “Эшсе һөнәрҙәрҙе пропагандалаған был фестиваль бик оҡшай. Егеттәр беҙҙең янға килеп тимер деталдәрҙе нисек фрезер, токарь станоктарында эшләүебеҙ менән ҡыҙыҡһына. Был эшсе һөнәрҙәр бик кәрәкле. Беҙ егеттәрҙе үҙебеҙгә уҡырға саҡырабыҙ”.

ЛАЙФ

Гагарин үҙәге эшмәкәрлеген сағылдырған стенд янында ла электрон техникаға әүәҫ егеттәрҙе осраттыҡ. Уларға йыһан аппараттары һәм ракеталарының бәләкәй күсермәһе, осоусы -пилот аппараттарының нисек йыйылыуы һәм халыҡ хужалығында ҡуллланылыу даирәһе ҡыҙыҡлы. Өфөнөң 22-cе мәктәбенең 7-се синыф уҡыусыһы Ринат Вәлиев иһә был күргәҙмәне ҡарағандан һуң, киләсәктә ниндәй йүнәлештә һөнәр һайлаясағын хәл иткән.

Ринат Вәлиев, Өфөнөң 22-cе мәктәбе уҡыусыһы: “Электрон техника нисек йыйылыуы һәм эшләүе менән ҡыҙыҡһынам. Был заманса техника йыһанға оса ала. 3-д принтер ярҙамында төрлө ҙурлыҡта деталдәр эшләргә мөмкин”.

Элемтә хеҙмәткәрҙәре һөнәре лә электрон гаджеттар, планшет-компьютерҙар менән ҡоралланған йәштәргә ҡыҙыҡлы. Улар тармааҡҡа ҡығылышлы төрлө һорауҙарға яуап бирҙе, татлы күстәнәстәр менән һыйланды. Ә ҡыйыуыраҡтар ғүмерҙәрендә беренсе тапҡыр үҙ ҡулдары менән сәләм хаттары, ҡотлауҙар яҙҙы. Үҫмерҙәрҙең почта хеҙмәтенә ҡарата ҡыҙыҡһыныуы белгестәр өсөн дә ҡыуаныслы.

Рәмилә Хәйруллина, Өфөнөң 98-се почта бүлексәһе операторы: “Беҙҙең почта хеҙмәте үҫешә.Балаларға үҙ ҡулдары менән ҡотлау открыткалары яҙыу һәм маркалар йәбештереү оҡшай. Үҫмерҙәрҙең беҙҙең һөнәргә ылығыуы -беҙҙең өсөн мәртәбә”.

Был янғын һүндереү баллоны иң һөҙөмтәлеһе. Баллон эсендә 50 градуска тиклем һыуытылған һәм ҡыҫылған углекислы газ. Ул кислород килеүен кәметә, янғынды күҙ асып йомған арала һүндерергә ярҙам итә. Янғын һүндереүсе эше ҡыҙҙарға ла ҡыҙыҡлы.

Регина Батталова, Фестивалдә ҡатнашыусы: “Был фестивалгә килеп. мин ниһайәт, үҙемдең киләсәктә табип йә ҡотҡарыусы һөнәре буйынса белем аласағымды аңланым”.

Һөнәрҙәр фестивале республикала 4-cе тапҡыр ойошторола. Быйыл үҫмерҙәргә бер майҙанда йөҙҙән ашыу һөнәр нескәлектәре менән танышыу мөмкинлеге бирелде.

Ленара Иванова, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы: “Был майҙанға 9-10 -дарҙан тыш - 6-7-8, хатта өсөнсө класс уҡыусылары ла йыйылған. Төрлө йәштәге балаларға һөнәр нескәлектәре хаҡында һөйләйҙәр. Үҫмер ни тиклем профессия хаҡында алданыраҡ уйланһа һәм ниндәйҙерһөнәр өйрәнә торһа, шул тиклем яҡшыраҡ”.

Буласаҡ криминалистар, суд, тәфтиш системаһы, ашығыс ярҙам хеҙмәте, ауыл хужалығы, инновацион технологияларға ҡоролған нефть һәм химия сәнәғәте даирәһе... Һөнәрҙәр фестивалендә һәр кем күңеленә ятҡан профессия менән таныша, үҙ эшенең оҫталары, эш биреүселәр менән осрашты,"Киләсәк командаһы" мобиль ҡушымтаһы аша онлайн-форматта тест үтте.

Әсғәт Йәһүҙин, Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты: “Беҙ үҫмерҙәрҙе нефтсе һәм химик һөнәренә ылыҡтырырға тырышабыҙ. Йылына ике тапҡыр бушлай һөнәр тураһында оҫталыҡ дәрестәре үткәрәбеҙ. Социаль проект булараҡ, һөнәр хаҡында түләүһеҙ лекциялар уҡыйбыҙ. 3-4 көн эсендә уларға нефть хаҡында тулы мәғлүмәт еткерәбеҙ. Киләсәктә коммерция йүнәлешендә лә эште киңәйтергә уйлайбыҙ”.

"Нефть кухняһы"проекты стартап нигеҙендә эшләй. Йәш ғалимдар йыл һайын йөҙәрләгән балаға нефтсе һәм химик һөнәрҙәренең серен аңлата. Был күргәҙмәнең инженер мәктәбендә нефттән көнкүрештә ҡулланылған 30 төрлө продукцияның молекулалары ҡоролоп ошо таҡтаға беркетелде. Професта үҫмерҙәр 100 төрлө профессия менән таныша алды.

Автор: Гүзәл Борханова.

Өфөнөң ЭКСПО-күргәҙмәләр майҙанында төбәктә ҙур ихтыяж булған һөнәрҙәр фестивале үтә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд