Өфөлә дүртенсе тапҡыр «Бәпестәр, стартҡа!» исемле чемпионат үтте

Өфөлә дүртенсе тапҡыр «Бәпестәр, стартҡа!» исемле чемпионат үтте https://bash.news/news/105698_fl_drtense_tapyr_bpestr_starta_isemle_chempionat_tte
17 сен 2019, 23:49

Ярышта 7 айҙан алып 3 йәшкә тиклемге балалар ҡатнашты. Улар билдәле арауыҡты уҙышыуҙа үҙ көсөн һынаны. Ун метрлыҡ дистанцияны балалар ике юл менән үтте. Дүрт аяҡта үҙҙәрен ышанысыраҡ тойғандар имгәкләһә, ҙурыраҡтары йүгерҙе.

Тренерҙар һәм төп көйәрмәндәр ролендә ата-әсәләр. Уларҙың ҡулында кескәйҙәрҙең яратҡан уйынсығы: смартфон, ҡолаҡсындар, хатта телевизор пульты ла бар. Зиннур Диңгеҙбаевты ата-әсәһе киләсәктә спортсы итеп күрә, шуның өсөн был ярышта әүҙем ҡатнашалар.

Әммә бөтә балалар ҙа әсәләре артынан эйәрмәй. Берәүҙәр күршеләренең уйынсығы менән танышһа, икенселәргә башҡа маршрут менән китеү ҡыҙығыраҡ булды. Кемгәлер финишҡа барып етергә БСТ каналының микрофоны ярҙам итте. Күп ҡатнашыусылар ярыш майҙансығына оригиналь костюмдарҙа сыҡты. Күп ғаиләләр ярышта киләһе йыл да ҡатнашырға уйлай.

Бәләкәстәр ярышына 13 тапҡыр Паралимпия чемпионы Рима Баталова килде. Ул ярышта ҡатнашыусыларҙы дәртләндереп торҙо, ҡайһы берәүҙәргә дистанцияны үтергә лә ярҙам итте.

Рима Баталова, Дәүләт Думаһы депутаты: “Был чемпионатты үҙғарыу бик мөһим, тип уйлайым. Сөнки балаларҙа ярыш рухы, сәм тәрбиәләнә”.

Елена Романова, ойоштороусы: “Ғаилә сараһы булыуға ҡарамаҫтан, ярыш форматы мөһим урын алып тора. Чемпионаттың асылы - тиҙлектә ярышыу. Кем белә, бәлки ошо балаларҙың береһе еңел атлетик Усэйн Болттың рекордын үтер”.

Чемпионатта 400-ҙән ашыу бала үҙ көсөн һынаны. Ойоштороусылар киләһе йылға кескәйҙәр өсөн яңы бүләктәр вәғәҙәләй. Ҡатнашыусылар георафияһы ла киңәйер тип көтөлә.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Өфөлә дүртенсе тапҡыр «Бәпестәр, стартҡа!» исемле чемпионат үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA