Донъяның 30 иленән 3 меңдән ашыу ҡатнашыусы Өфөгә ШОС һәм БРИКС илдәре бәләкәй эшҡыуарлығы форумына йыйыласаҡ

Донъяның 30 иленән 3 меңдән ашыу ҡатнашыусы Өфөгә ШОС һәм БРИКС илдәре бәләкәй эшҡыуарлығы форумына йыйыласаҡ https://bash.news/news/105779_donyany_30_ilenn_3_medn_ashyu_atnashyusy_fg_shos_m_briks_ildre_blkj_eshyuarlyy_forumyna_jyjylasa
18 сен 2019, 21:48

Әлеге көнгә машиналар эшләү, химия, нефть химияһы һәм сауҙа менән шөғөлләнеүсе тиҫтәләрсә компания унда ҡатнашасағын белдергән дә инде. Форумдың эшлекле программаһында 25 тематик секция һәм ике пленар ултырыш.

Сара 26 һәм 27 сентябрҙә уҙа. Халыҡ-ара форумда ҡаршылыҡһыҙ хеҙмәттәшлек, экспортҡа эшләгән предприятиеларҙың позицияларын нығытыу, йәғни логистика, сертификатлаштырыу, таможня процедуралары тураһында һүҙ барасаҡ.

Төп иғтибар халыҡтың бизнес менән шөғөлләнеүен дәртләндереүгә йүнәлтелә. Әлеге ваҡытта Башҡортостан 1000 кешегә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиелары һаны буйынса Рәсәйҙең тәүге 30 төбәге исемлегенә лә инмәй.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Донъяның 30 иленән 3 меңдән ашыу ҡатнашыусы Өфөгә ШОС һәм БРИКС илдәре бәләкәй эшҡыуарлығы форумына йыйыласаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество