Башҡортостандың барлыҡ мәктәптәрендә лә спорт шәмбеләре уҙҙы

Башҡортостандың барлыҡ мәктәптәрендә лә спорт шәмбеләре уҙҙы https://bash.news/news/105787_bashortostandy_barly_mktptrend_l_sport_shmbelre_uy
18 сен 2019, 22:09

Биш көнлөк уҡыуға күсеүҙе иҫәпкә алып, аҙна һайын балаларҙың ялын файҙалы һәм күңелле ойоштороу өсөн төрлө саралар күрелә. Баймаҡ ҡалаһы мәктәптәренең спорт майҙансыҡтарында ла төрлө ярыштар үтте.

Ҡаланың 4-се лицейында был көн берҙәм күнекмәнән башланды, аҙаҡ төркөмдәргә бүленеп, башланғыс кластар өсөн күңелле старт уйындары, бишенсе кластарға - тапҡырҙар һәм отҡорҙар клубы, юғары кластар өсөн йүгереү буйынса ярыш, ә һуңынан дөйөм төрлө спорт уйындар ойошторолдо. Ата‐әсәләр ҙә был көндә бик теләп балалары менән төрлө спорт төрҙәрендә ярыштылар.

1-се мәктәптең башланғыс класс уҡыусылары был көндә ҡала паркында ял итһә, юғары кластар йыл да турслет үткәргән "Ҡарсыға үҙәнлеге"нә юлланды. Бында уларға физкультура уҡытыусылары туризм буйынса ярыштар ойошторғайны.

Спортлы шәмбе көнө үҙ маҡсатына иреште: уҡыусыларҙа физкультура дәрестәренә тағы ла нығыраҡ ҡыҙыҡһыныу уятһа, тәбиғәт ҡосағында саф һауала ял итеү, сәмле ярыштар һәр балаға тик ыңғай йоғонто яһаны.

Автор:Раушания Рәхимова.

Башҡортостандың барлыҡ мәктәптәрендә лә спорт шәмбеләре уҙҙы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд