Радий Хәбировтың республика башлығы вазифаһына рәсми инеү сараһы ябай шарттарҙа үтә

Радий Хәбировтың республика башлығы вазифаһына рәсми инеү сараһы ябай шарттарҙа үтә https://bash.news/news/105794_radij_xbirovty_respublika_bashlyy_vazifayna_rsmi_ine_saray_yabaj_sharttara_t
18 сен 2019, 22:54

Был турала Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдерҙе. Ант биреү процедураһы эшлекле шарттарҙа, концертһыҙ, башҡа төбәктәрҙән саҡырылған күп һанлы ҡунаҡтарһыҙ ойошторола. Инаугурацияла Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашыуы көтөлә.

Башлыҡтың вазифаға рәсми инеүе Хөкүмәттең вәкәләттәре тамамланыуын аңлата. Республика етәксеһе уны яңынан формалаштырасаҡ. Башҡортостан Башлығы инаугурацияһы иртәгә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай йортонда үтә. Беҙҙең каналда тура трансляция көндөҙгә сәғәт 11-ҙә башлана.

Радий Хәбировтың республика башлығы вазифаһына рәсми инеү сараһы ябай шарттарҙа үтә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд