"Башҡортостанда кеше хоҡуҡтары беренсе урында булырға тейеш"

"Башҡортостанда кеше хоҡуҡтары беренсе урында булырға тейеш" https://bash.news/news/105876_bashortostanda_keshe_xoutary_berense_urynda_bulyra_tejesh
19 сен, 18:00

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың сираттан тыш ултырышында Башҡортостан прокуроры вазифаһына Владимир Ведерников кандидатураһы хупланды. Башҡортостанда кеше хоҡуҡтары беренсе урында булырға тейеш, тип белдерҙе яңы прокурор.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапова яңы прокурорға сүп-сар реформаһына бәйле һорауын бирҙе. Прокуратура менән бергә башҡараһы эштәр күп, тип һанай ул.

"Башҡортостанда кеше хоҡуҡтары беренсе урында булырға тейеш"

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Юнир Ҡотлоғужин ведомствоның яңы кандидатын ыңғай баһаланы.

"Башҡортостанда кеше хоҡуҡтары беренсе урында булырға тейеш"

Владимир Викторович Ведерников 1974 йылда Томск ҡалаһында тыуған. Томск дәүләт университетын тамамлаған. Прокуратура органдарында 1996 йылдан хеҙмәт итә.

Юлдаш
Новости партнеров
GAUGA