Рәсәй кинотеатрҙарында Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса төшөрөлгән «Һеңлекәш» фильмы прокатҡа сыҡты

Рәсәй кинотеатрҙарында Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса төшөрөлгән «Һеңлекәш» фильмы прокатҡа сыҡты https://bash.news/news/105887_rsj_kinoteatrarynda_mostaj_krimde_bee_j_jme_povesy_bujynsa_tshrlgn_eleksh_filmy_prokata_syty
19 сен 2019, 21:48

Уны прокатлау менән Walt Disney компанияһы шөғөлләнәсәк. Премьераның тәүге көнө Мәскәү ҡалаһында үтте. Унда фильм режиссеры Александр Галибин, Мостай Кәрим исемендәге фондты ойоштороусы, шағирҙың ейәне Тимербулат Кәримов, шулай уҡ төп ролдәрҙе башҡарған йәш актерҙар Марта Тимофеева менән Арыҫлан Ҡырымсурин ҡатнашты.

Тимербулат Кәримов, Мостай Кәрим фонды президенты, "Һеңлекәш" фильмы продюсеры: “Мостай Кәримдең ижадын яҡындан белеүселәр, фильмды ҡарағас та битараф ҡалмаҫ, тип ышанам. Ғөмүмән, кинотаҫма һәр кемдең күңеленә хуш килер тигән өмөт бар. Уны бар мәктәп уҡыусылары ла ҡараһын ине”.

Хәрби драма Белорет районы Яңы Хәсән ауылында төшөрөлгән. Проект өсөн декораторҙар 40-сы йылдарҙағы йорттарҙың тура күсермәһен файҙаланған. Картиналар уҙған быуат ваҡиғаларына тура килтерелгән. "Һеңлекәш" фильмы Мостай Кәримдең 100 йыллығына арнала. Ул башҡорт, рус, украин телдәрендә төшөрөлгән. Шуға ла прокат Рәсәй кинотеатрҙары менән генә сикләнмәйәсәк. Ә инде аҙна аҙағында ижади төркөм Өфө тамашасыһы менән осраша.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Рәсәй кинотеатрҙарында Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса төшөрөлгән «Һеңлекәш» фильмы прокатҡа сыҡты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд