Башҡортостан Хөкүмәте бер ай эсендә формалашырға тейеш

Башҡортостан Хөкүмәте бер ай эсендә формалашырға тейеш https://bash.news/news/105895_bashortostan_xkmte_ber_aj_esend_formalashyra_tejesh
19 сен 2019, 23:17

Был турала бөгөн Радий Хәбиров инаугурация ваҡытында белдерҙе. Ул "Үҫеш Хөкүмәте" тип аталасаҡ. Башҡортостан башлығы бөгөн иғлан иткән указды тормошҡа ашырыу бурысы ла тап Яңы Хөкүмәт иңенә ятасаҡ. Стратегик документ Башҡортостандың киләһе 5 йылға үҫеш планын үҙ эсенә ала.

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай алдында иртәнән үк ғәҙәти булмаған йәнлелек, бер-бер артлы автомобилдәр килеп туҡтай, урамда ҡыҙыл балаҫтар йәйелгән. Тик ҡунаҡтар ғына йомшаҡ һуҡмаҡты урап үтергә тырыша, уңайлыҡ ҡайғыһы юҡ, алда мөһим бурыстар тора. Инаугурацияның да ғәҙәттәгенән айырмалы, рәсми, эшлекле шарттарҙа үтеүе шуға асыҡ дәлил.

Традиция буйынса Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе тауыш биреү һөҙөмтәләрен иғлан итә, Радий Хәбировҡа 82 проценттан ашыу һайлаусы ышаныс күрһәткән. Хәҙер тулы ышаныс менән башлыҡ таныҡлығын тапшырырға мөмкин.

Иң тулҡынландырғыс мәл-ант биреү, ул ике дәүләт телендә, башҡортса һәм русса яңғырай. Ҡотлау, тәбрикләү телмәрҙәре урынына- үҫеш стратегияһы. Уны тормошҡа ашырыу бурысы яңы Хөкүмәт иңенә ятасаҡ. Яңы указға ярашлы, инвестициялар йәлеп итеү буйынса милли рейтинг лидерҙары исемлегенә инеү, хеҙмәт хаҡын бер ярым тапҡырға күтәреү, табиптар һәм уҡытыусыларға ҡытлыҡты бөтөрөү, 60 яңы белем усағы төҙөү, 12 полилингваль мәктәп асыу, ябыҡ футбол стадионын, олимпия резервы училищеһын, спорт үҙәктәрен, мәҙәниәт йорттарын, археология паркын, асыҡ һауа аҫтындағы музейҙы сафҡа индереү, "Торатау" геопаркын ойоштороу маҡсаты тора. Был бурыстар яңы хөкүмәт иңенә ята, ғәмәлдәге инаугурациянан һуң отставкаға оҙатыла.

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров та үҙ сығышында республика алдында торған бурыстарҙы билдәләне. Һеҙ еңеүҙе лайыҡлы яуланығыҙ. Башҡортостан халҡының ышанысын аҡларһығыҙ тип уйлайым, тине ул.

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовтың да яңы етәксегә өмөтө ҙур, Республика тәжрибәле, белемле, ғәйрәтле башлыҡҡа лайыҡлы. Радий Хәбировтың Башҡортостанды күтәрәсәгенә шигем юҡ, тине Мортаза Ғөбәйҙулла улы.

Олуғ, тәжрибәле етәксенең йәш алмашсыһына теләктәре етерлек, уларҙың инаугарацияһынан һуң да һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй.

Таныҡлыҡ тапшырылды, вәкәләттәр билдәләнде. Башҡортостан тарихында яңы бит асыла. Хәҙер инде алға, беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ тип ҡуйылған бурыстарҙы ғәмәлгә ашырыу, яңы үрҙәрҙе яулау шарт.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башҡортостан Хөкүмәте бер ай эсендә формалашырға тейеш

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд