Башҡортостан Башлығының биш йылға иҫәпләнгән үҫеш стратегияһын эксперттар юғары баһалай

Башҡортостан Башлығының биш йылға иҫәпләнгән үҫеш стратегияһын эксперттар юғары баһалай https://bash.news/news/105896_bashortostan_bashlyyny_bish_jyla_iplngn_esh_strategiyayn_eksperttar_yuary_baalaj
19 сен 2019, 23:19

Стратегик документ һәр ҡала-райондың үҙенсәлектәрен күҙ уңында тотоп республика өсөн иң мөһим йүнәлештәрҙе үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. 2025 йылға тиклем Башҡортостан кешелек капиталын файҙаланыу, уңайлы мөхит тыуҙырыу, иҡтисади күтрелеш, инвестициялар һәм инфраструктура буйынса лидерҙар исемлегенә инергә тейеш.

Шул уҡ ваҡытта демография күрһәткесен яҡшыртыу, үлем кимәлен кәметеү, ғүмер оҙонлоғон арттырыу бурысы ла тора. Белгестәр фекеренсә, Радий Хәбиров республикаға ҡайтыу менән ошо йүнәлештәге эшмәкәрлеккә нигеҙ һалды, киләһе йылдарҙа инде ошо башланғыстарҙы дауам итеү талап ителә.

Белгестәр етди үҙгәрештәрҙе тормоштоң төрлө өлкәләрендә билдәләй, улар иҡтисадҡа ла, социаль тармаҡҡа ла, милли мәсьәләләргә лә ҡағыла. Әммә дөйөм алғанда, барлыҡ программалар ҙа халыҡ мәнфәғәтен күҙ уңында тота. Эште комплекслы алып барғанда ғына уңышҡа өлгәшергә мөмкин, ти эксперттар.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башҡортостан Башлығының биш йылға иҫәпләнгән үҫеш стратегияһын эксперттар юғары баһалай

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество