Хәйҙәр Вәлиев республика Конституцияһы суды рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Хәйҙәр Вәлиев республика Конституцияһы суды рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде https://bash.news/news/105899_xjr_vliev_respublika_konstituciyay_sudy_rjese_urynbaary_itep_tjenlnde
19 сен 2019, 23:25

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың алтынсы саҡырылыш депутаттары сираттан тыш ултырышҡа йыйылды. Ултырышта төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Рәсәйҙең генераль прокуроры урынбаҫары Сергей Зайцев парламентарийҙарҙы Башҡортостан прокуроры вазифаһына тәҡдим ителгән Владимир Ведерников менән таныштырҙы.

Миллиард һумға афералар, баш прокурорҙың сит илгә ҡасырға йыйынған урынбаҫары, ришүәтселектең сәскә атыуы - бөтәһе лә республика прокуратураһында. Ғәҙеллек урынлаштырыу менән шөғөлләнергә тейешле органдағы бындай ҡара эштәр башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Һөҙөмтәлә - Башҡортостан прокуроры вазифаһы буш. Рәсәйҙең генераль прокуроры Юрий Чайка тәҡдиме менән Республика парламентына Владимир Ведерников кандидатураһы тәҡдим ителде. Томскта тыуып үҫкән, әле ил прокуроры урынбаҫары вазифаһында. Башҡортостанға эшкә килһәм, тыуған яғыма әйләнеп ҡайтыу буласаҡ тине, Владимир Викторович.

Яңы кандидат өлөшләтә торлаҡ төҙөлөшөндә ҡатнашып алданыусылар, авария хәлендәге йорттарҙан күсереү, эшҡыуарлыҡты яҡлау, енәйәтселек менән көрәш һәм башҡа өлкәләрҙә тәртип урынлаштырырға теләген белдерҙе. Уға депутаттар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе.

Йыл башында старт алған сүп-сар реформаһына бәйле хәл ителмәгән мәсьәләләр үҙе ҡый өйөмө һымаҡ өйөлгән. Һорауҙар һәм ялыуҙар күп. Экологтарҙы уларҙың нисек хәл ителеше борсой. Баш прокурор вазифаһына дәғүәсе һәр һорауға төплө яуап бирҙе.

Быға тиклем шулай уҡ республика парламентына Камил Кашаевтың кандидатураһы тәҡдим ителгәйне. Ил етәксеһе уны был яуаплы эшкә тәғәйенләмәне. Ултырышта Хәйҙәр Вәлиев Республика Конституцияһы рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Шулай уҡ көҙгө сессияла Комсомол һәм Ҡояшлы округтары буйынса һайланған ике депутат Ҡоролтайҙың парламент комитеттары составына индерелде. Рөстәм Әхмәҙинуров Дәүләт төҙөлөшө, тәртип һаҡлау һәм суд һорауҙары буйынса комитетта, ә Фәрит Ғиндуллин Сәнәғәт, инновация үҫеше , сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитетта эшләйәсәк.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Хәйҙәр Вәлиев республика Конституцияһы суды рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество