Лилиә Ғүмәроваға Федерация советында Башҡортостан вәкиле вәкәләттәре бирелде

Лилиә Ғүмәроваға Федерация советында Башҡортостан вәкиле вәкәләттәре бирелде https://bash.news/news/105967_lili_mrovaa_federaciya_sovetynda_bashortostan_vkile_vklttre_birelde
20 сен 2019, 18:00

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Указы менән Лилиә Ғүмәроваға Федерация советында Башҡортостан вәкиле вәкәләттәре бирелде.

Лилиә Ғүмәроваға Федерация советында Башҡортостан вәкиле вәкәләттәре бирелде
Лилиә Ғүмәроваға Федерация советында Башҡортостан вәкиле вәкәләттәре бирелде

Республика етәксеһенең икенсе Указы менән Башҡортостан башлығы хакимиәте рәйесе урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу Искәндәр Әхмәтвәлеевҡа йөкмәтелде. Был вазифаны ошоға тиклем биләгән Динир Әхмәтйәнов, пенсияға сығыу сәбәпле, үҙ теләге менән эшенән бушатылды.

Радий Хәбиров Күрһәтмәһе менән Башҡортостан башлығы янындағы дәүләт-конфессиональ мөнәсәбәттәр буйынса совет рәйесе итеп Азат Фәттәхов тәғәйенләнде.

Юлдаш
Новости партнеров
Минземимущество