Радий Хәбиров Лилиә Ғүмәроваға сенатор вәкәләтен йөкмәтте

Радий Хәбиров Лилиә Ғүмәроваға сенатор вәкәләтен йөкмәтте https://bash.news/news/105976_radij_xbirov_lili_mrovaa_senator_vklten_jkmtte
20 сен 2019, 21:54

Республика башлығы Лилиә Ғүмәроваға Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы - Федераль Йыйылыштың Федерация Советына Башҡортостан вәкиле вәкәләттәрен тапшырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Республика етәксеһенең тағы бер бойороғо менән Азат Фәттәхов Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса совет рәйесе итеп тәғәйенләнде. Вячеслав Пятков хаҡлы ялға сығыу сәбәпле, был вазифанан бушатылды.

Хәйҙәр Вәлиевтың икенсе эшкә күсеүе сәбәпле, Башҡортостан Башлығының Дәүләт хеҙмәте һәм кадрҙар сәйәсәте мәсьәләләре буйынса идаралығы етәксеһе итеп Татьяна Саенко тәғәйенләнде. Татьяна Игоревна Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуып үҫкән. Яңы вазифаға тиклем ул ошо уҡ идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары булып эшләгән.

Динир Әхмәтйәнов хаҡлы ялға сығыуға бәйле, Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары вазифаһын башҡарыу Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән бәйләнеш буйынса идаралығы етәксеһе Искәндәр Әхмәтвәлиевҡа йөкмәтелде.

Радий Хәбиров Лилиә Ғүмәроваға сенатор вәкәләтен йөкмәтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество