24 сентябрҙә Башҡортостанда Халыҡ-ара «Урал транспорты» форумы асыласаҡ

24 сентябрҙә Башҡортостанда Халыҡ-ара «Урал транспорты» форумы асыласаҡ https://bash.news/news/105978_24_sentyabr_bashortostanda_xalyara_ural_transporty_forumy_asylasa
20 сен 2019, 21:56

Республика сиктәрендә дүртенсе тапҡыр үткәрелгән сара транспорт системаһындағы көнүҙәк мәсьәләләрҙе асыҡлауға, етешһеҙлектәрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән. Маҡсатҡа ирешер өсөн дәүләт-шәхси партнерлыҡ юлдарын ҡулланасаҡ.

Өс көн дауам иткән форумда белгестәр тәжрибә менән уртаҡлашып яңы килешеүҙәр төҙөйәсәк. Күҙалланған күләмле проекттарҙың күбеһе тимер юл мәсьәләһе менән бәйле. Халыҡ-ара форум сиктәрендә тармаҡ ҡаҙаныштарын сағылдырған күргәҙмә лә ойошторола.

Тимур Мөхәмәтйәнов, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы: “Форумда өс мөһим килешеүгә ҡул ҡуйылыр тип көтөлә. Тәү сиратта тимер юл мәсьәләһе күҙ уңында тотола Өфөнө көньяҡтан урап үтеү өсөн 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән проектҡа нигеҙ һалынасаҡ. Был проектты ғәмәлгә ашырыр өсөн Куйбышев тимер юлы менән бергә финанслау ҡаралған”.

Автор: Флорида Ким.

24 сентябрҙә Башҡортостанда Халыҡ-ара «Урал транспорты» форумы асыласаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд