Башҡортостан «Хәүефһеҙ бала саҡ» федераль проекты эстафетаһын ҡабул итте

Башҡортостан «Хәүефһеҙ бала саҡ» федераль проекты эстафетаһын ҡабул итте https://bash.news/news/105979_bashortostan_xefe_bala_sa_federal_proekty_estafetayn_abul_itte
20 сен 2019, 21:57

Проект автомобилдәрҙә балаларҙы хәүефһеҙ ташыу ысулдарын өйрәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Эксперттар, йәмәғәтселәр, блогерҙар, медицина хеҙмәткәрҙәре, профиллле ведомство вәкилдәре ҡатнашлығындағы матбуғат конференцияһында балаларҙы автокреслоларҙа дөрөҫ йөрөтөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә күрһәтелде.

Перинаталь үҙәктәр һәм бала табыу йорттарында "Хәүефһеҙ бала саҡ" балалар юл-транспорт йәрәхәттәрен иҫкәртеүсе проект өс йыл дауамында тормошҡа ашырыласаҡ. Был проект илебеҙҙең утыҙлап төбәгендә старт ала. 3 йыл эсендә 100-ләп ҡалала оҫталыҡ дәрестәре һәм уҡыуҙар ойоштороласаҡ.

Дмитрий Стебаков, тренер-эксперт: “Күп ата-әсәләр автомобилгә баланы дөрөҫ ултыртмай. Утыҙ йыл элек кеүек итәккә алып әсәһе ҡулында йөрөтөү хәүефле. Автомобиль ҡапыл туҡтағанда баланың башы бәрелеп имгәнеүе ихтимал”.

Проектҡа ярашлы, буласаҡ ата-әсәләр перинаталь үҙәктәрҙә балаларҙы автомобилдә ташыу ҡағиҙәләрен аҙнаһына бер-нисә тапҡыр тренингтар ярҙамында өйрәнәсәк. Автомобиль йөрөтөүселәргә сертификацияланған креслолар һайлау, юлда тиҙлекте арттырмау, баланы һаҡсыл йөрөтөү хаҡында тулы мәғлүмәт бирелә.

Оксана Филатова, Республика перинаталь үҙәге пациенты: “Беҙ балабыҙ тыуыуына алдан уҡ әҙерләндек, сифатлы автомобиль креслоһы һатып алдыҡ. Бөгөн уны нисек ҡулланыу хаҡында белдек”.

Башҡортостан буйынса "Хәүефһеҙ юлдар" проекты координаторы, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров та бындай сараларға ата-әсәләргә яуаплы ҡарарға, юл йөрөү ҡағиҙәләрен үтәргә саҡыра.

Өлкәндәр һәм балаларҙың юл йөрөгәндә уяулығын арттырыу ҙа мөһим. Йәйәүле, велосипедсы, руль артындағы водитель-улар бөтәһе лә ҡағиҙәләрҙән тайпылмаҫҡа тейеш. Йәш -ата әсәләрҙе лә хәүефһеҙлеккә өйрәтеү көн талабы.Йыл һайын Рәсәй юлдарында юл-транспорт ваҡиғаһында 600 ашыу баланың ғүмере өҙөлә, 20 меңдән ашыуы төрлө тән йәрәхәттәре ала. Башҡортостан киңлектәрендә лә статистика шатланырлыҡ түгел. Һигеҙ ай эсендә 16 йәшкә тиклемге балалар ҡатнашлығында 300 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән, 13 баланың ғүмере өҙөлгән, 114-те тән йәрәхәттәре алған.

Балалар юл хәрәкәтенең иң яҡланмаған ҡатнашыусылары. "Хәүефһеҙ бала саҡ" проекты авторҙары рулдәге ата-әсәләрҙе тәртипкә өйрәтеүсе ҡыҙыҡлы программа ярҙамында юл-транспорт ваҡиғаларын кәметеүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Автор: Гүзәл Борханова.

Башҡортостан «Хәүефһеҙ бала саҡ» федераль проекты эстафетаһын ҡабул итте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд