Өфө ашығыс ярҙам хеҙмәтенең көньяҡ подстанцияһы йәш белгестәр менән тулыланды

Өфө ашығыс ярҙам хеҙмәтенең көньяҡ подстанцияһы йәш белгестәр менән тулыланды https://bash.news/news/105982_f_ashyys_yaram_xemtene_knya_podstanciyay_jsh_belgestr_menn_tulylandy
20 сен 2019, 21:59

Уларҙың күбеһе ҡыҙҙар. Йәш фельдшерҙар әле стажировка ғына үтеүгә ҡарамаҫтан, төнгө смена улар өсөн ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Ашығыс ярҙам хеҙмәте өсөн көндөҙгө йәки төнгө смена айырмаһы юҡ, улар һәр ваҡыт сафта. Саҡырыуҙар буйынса тәүлек әйләнәһенә сығырға тура килә.

Был үҙ сиратында аҡ халатлыларҙан юғары һөнәри оҫталыҡ, белем талап итә. Сөнки тап тиҙ ярҙам табиптары ауырыуға тәүге диагноз ҡуя, хәлен еңеләйтергә ярҙам итә. Шуға күрә төркөмдөң юғары әҙерлекле булыуы шарт. Машинала иһә реанимация кәрәк-яраҡтары ла, акушер тупланмаһы ла, яһалма тын алдырыу аппараттары ла бар. Станция етәкселәре фекеренсә, ашығыс ярҙам хеҙмәтенә йөрәк ҡушыуы буйынса ғына килергә мөмкин. Сөнки был эштә үҙ һөнәренә мөкиббән ғашиҡ кешеләр генә эшләй ала.

Ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәренә кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарырға ғына түгел, үҙҙәренекен хәүеф аҫтына ҡуйырға ла тура килә. Сөнки аҡ халатлыларға саҡырыу буйынса барғанда һөжүм итеү осраҡтары ла юҡ түгел. Һуңғы ваҡытта бригада юлға хоҡуҡ һағында тороусылар менән берлектә лә сыға. Станцияла йәш белгестәргә ихтыяж һәр ваҡыт ҙур. Илзирә Яҡупова эшкә медицина колледжынан һуң килгән. Кешеләргә ярҙам итеү бала саҡ хыялым, ти ул. Йәш белгескә башҡорт телен белеүе лә эштә ярҙам итә.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Өфө ашығыс ярҙам хеҙмәтенең көньяҡ подстанцияһы йәш белгестәр менән тулыланды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд