Өфө парктарында реконсрукция тулы ҡеүәтенә бара

Өфө парктарында реконсрукция тулы ҡеүәтенә бара https://bash.news/news/105998_f_parktarynda_rekonsrukciya_tuly_eten_bara
20 сен 2019, 22:59

Ҡала баҡсаларындағы төҙөкләндереү эштәре менән Радий Хәбиров танышты, подрядсы ойошма вәкилдәре менән осрашты. Орджоникидзе районындағы "Беренсе май" мәҙәниәт һәм ял паркында күл төбө таҙартыла һәм тәрәнәйтелә. Һыу ятҡылығы шишмәләрҙән хасил булған.

Йәйәүлеләр һәм велосипедсылар өсөн һуҡмаҡтар һалына. Паркты йәшелләндереү, яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйыу ҡаралған. Ошонда уҡ "Ғашиҡтар аллеяһы" барлыҡҡа киләсәк. Эргәлә генә ЗАГС урынлашҡан, тимәк, Черниковка ҡала баҡсаһы өйләнешеүсе йәш парҙарҙың тормош юлын башлау урыны буласаҡ.

Башҡортостан башлығы шулай уҡ Орджоникидзе районындағы Ҡала мәҙәниәт һарайы янындағы скверҙа төҙөлөш барышын ҡараны. Бында тиҙҙән заманса сквер асыла. Workout зона, балалалар майҙансығы -ял итеү урыны танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк. Баҡсаның төп символы - "Бейеүсе торналар" фонтанының әле бассейны эшләнә. Дүрт торна нисек булған шул формала ҡала, әле улар реконструкцияла. Радий Фәрит улы парктар халыҡҡа заманса, уңайлы һәм матур ял итеү урындары булдырыуҙа комплекслы эшләүҙең өлгөһө булырға тейеш тине. Республика көнөндә уларҙы бөтә муниципалитет башлыҡтары ла килеп ҡараясаҡ һәм тәжрибәне республика ҡала-райондарында ҡулланасаҡ.

Игорь Трухневич, Өфөнөң Орджоникидзе районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары: “Фонтанға илтеүсе юлдар һалына. Парк биләмәһе ҡороған ағастарҙан таҙартыла. Балалар һәм спорт майҙансыҡтарына йыһаздарға заказ бирелгән,уларҙы килтереүҙәрен көтәбеҙ. Эш план буйынса бара һәм 1 ноябргә тиклем тамамлау ҡаралған”.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Өфө парктарында реконсрукция тулы ҡеүәтенә бара

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество