Өфөнөң Совет районында йәйәүлеләргә тәғәйенләнгән үткәүел сауҙа рәттәре булараҡ ҡулланыла

Өфөнөң Совет районында йәйәүлеләргә тәғәйенләнгән үткәүел сауҙа рәттәре булараҡ ҡулланыла https://bash.news/news/105999_fn_sovet_rajonynda_jjlelrg_tjenlngn_tkel_saua_rttre_bulara_ullanyla
20 сен 2019, 23:03

Тауарҙарын үткән-һүткән кешеләргә тәҡдим иткән һатыусыларҙы күпселек урап үтеү яйын ҡарай. Аҙна һайын рейд үткәрелеп, администарив пртоколдар яҙылыуына ҡарамай, рөхсәт ителмәгән ерҙә сауҙа йәйелдереүселәр күнегелгән кәсебен ташларға йыйынмай. Сираттағы рейд барышын беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте.

Өфө универмагы эргәһендәге был үткәүелдә Совет районы хакимиәтенең сауҙа бүлеге, йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү хеҙмәткәрҙәре аҙна һайын рейдҡа сыға. Рөхсәтһеҙ урында сауҙа иткән граждандарға ҡарата административ протоколдар төҙөй. Һатыусылар ҙа аҙна һайын штраф түләргә күнеккән. Штрафтар 500 һумдан мең ярымға тиклем. Эшҡыуарҙар үҙҙәрен беҙ халыҡ өсөн файҙалы эш башҡарабыҙ тип аҡлай.

Ғаиләһен, балаларын ҡулаҡса менән тәьмин итергә тырышыусы эшҡыуарҙарҙы урап үтеүселәр ҙә һәм яҡлап сығыш яһаусылар ҙа етәрлек, тик сауҙа барған ерҙә тәртип кенә булһын.

Тамара Алтынбаева, Өфөлә йәшәүсе: “Был һатыусылар ғаиләһен, балаларын ҡарау өсөн бында сығып сараһыҙҙан баҫып тора бит. Уларға эшләү өсөн шарттар тыуҙырылһын”.

Аяҡ, өҫ, баш кейемдәре, балалар уйынсыҡтары. Тауарҙар төрлә һәм шығырым тулы, әммә сертификаттарһыҙ. Рейд үткәндә күп һатыусылар уларҙы ябып тора. Халыҡ был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә лә ризаһыҙлыҡ белдергән. Был хәлде хатта, Инцидент программаһы ла иҫәпкә алған. Алыпһатарҙар эргә-тирәне сүпләй, ә арзан хаҡҡа бер ниндәй чекһыҙ һатылған тауарҙы алыштырыу мөмкинлеге лә сикле.

Лилиә Нурғәлиева, Өфөнөң Совет районы хакимиәте башлығы урынбаҫары: “Һатып алғандан һуң һатыусылар чек бирмәй, сертификат та күрһәтмәй. Был туфлиҙарҙы кире ҡайтарыу ауыр буласаҡ. Сифаты өсөн һатыусыға дәғүә белдерергә була, ә һатыусы тауар етештереүсегә ризаһыҙлыҡ белдерә алмай”.

Был урын ҡала халҡына үткәүел булараҡ хеҙмәт итергә тейеш. Әммә бында рөхсәтһеҙ сауҙа ойошторолған. Утыҙлап кеше тиҫтә йыл дауамында һатыу итә. Йыл башынан баш ҡалала уларға ҡарата 1224 административ протокол төҙөлгән. Шуларҙың 267-һе Өфө универмагы эргәһендәге үткәүелдә рөхсәт ителмәгән ерҙә халыҡҡа сертификация үтмәгән тауарҙар тәҡдим иткән өсөн.

Өфөнөң Совет районы йәмәғәтселек хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре аҙна һайын был үткәүелдә рейд ойоштора. Рөхсәтһеҙ сауҙа итеүселәргә ҡарата административ протоколдар төҙөй. Әммә сетификация үтмәгән тауарҙарҙы һатыуҙан ала алмай. Сөнки был тауарҙарҙы конфискациялауға уларҙың хоҡуҡтары юҡ.

Автор: Гүзәл Борханова.

Өфөнөң Совет районында йәйәүлеләргә тәғәйенләнгән үткәүел сауҙа рәттәре булараҡ ҡулланыла

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество