Мәскәүҙә башҡорт мәҙәниәте үҙәге барлыҡҡа килде

Мәскәүҙә башҡорт мәҙәниәте үҙәге барлыҡҡа килде https://bash.news/news/106000_msk_bashort_mnite_ge_barlya_kilde
20 сен 2019, 23:06

Ул Башҡортостанда тыуып үҫеүселәрҙе үҙенә йәлеп итеп торған урынға әйләнәсәк. Илдең баш ҡалаһында барған республика көндәрендә үҙәкте асыу тантанаһы үтте. Байрам саралары Кремлдән алыҫ түгел генә Зарядье паркында ойошторолдо.

"Башҡортостанда тыуғандар" тамашаһын ҡарарға Мәскәүҙә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ йыйылды. Айырыуса баш ҡалала ижад итеүсе яҡташ музыканттарҙың бер коллективҡа тупланып сығыш яһауы ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Республика вәкилдәре илдең баш ҡалаһында төпләнгән артистарға милли костюмдар бүләк итте.

Автор: Айнур Кәбиров.

Мәскәүҙә башҡорт мәҙәниәте үҙәге барлыҡҡа килде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд