Шишмә, Ишембай, Тәтешле, Борай һәм Нуриман райондары ат сабышына әҙерләнә

Шишмә, Ишембай, Тәтешле, Борай һәм Нуриман райондары ат сабышына әҙерләнә https://bash.news/news/106001_shishm_ishembaj_tteshle_boraj_m_nuriman_rajondary_at_sabyshyna_erln
20 сен 2019, 23:10

Башҡорт аттары йәнә майҙанға сыға. Был юлы "Терра Башҡортостан" ат-спортының XI турнирында Шишмә, Ишембай, Тәтешле, Борай һәм Нуриман райондары ҡатнаша. Ярыш йәкшәмбе Таһир Кусимов исемендәге "Аҡбуҙат" ипподромында үтәсәк. Бәйге ҡатнашыусыларының әҙерлек барышы менән танышыр өсөн бөгөн киң мәғлүмәт сараларына махсус сәфәр ойошторолдо.

Дамир Иҙиәтуллин йылҡысылыҡ тармағында 90-сы йылдар башында махсуслаша. Хужалығында башлыса башҡорт тоҡомло аттар аҫрала. Ул уның ата-олатаһынан күскән шөғөл. Кәсеп кенә түгел, замандашыбыҙҙың йәшәү рәүеше лә.

Ойошма эшмәкәрлеге менән республиканың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре яҡындан танышты. Журналистар йылҡы аҫралған шарттарҙы ҡарап, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап алды. Хужалыҡтың уңыштары етерлек. Ниндәй генә ат-спорты ярыштарында ҡатнашмаһын Дамир Иҙиәтуллиндың йылҡылары һәр ваҡыттағыса призлы урындар яулай килә. Сираттағы күләмле бәйге лә эҙһеҙ үтмәҫ, тип ышана хужалыҡ етәкселеге. Шишмә районында ғөмүмән, йылҡысылыҡ тармағы башҡа төбәктәрҙән һис тә ҡалышмай. Бында башҡалар көнләшерлек төрлө төҫтәге таҙа тоҡомло башҡорт аттары аҫрала.

Ә Ишембай районы намыҫын "Терра Башҡортостан" ат-спорты турнирында Ишәй ауылы хужалығы яҡлаясаҡ. Ойошма башҡаларҙан йәш булыуға ҡарамаҫтан, йылҡылар һаны йөҙҙәрсә иҫәпләнә. Араларында тарпан аттары, ҡулға эйәләшкәндәре лә бар. Бәйгелә Мурзик ҡушаматлыһы майҙан тотасаҡ. Ул сараға тулыһынса әҙер. Бөгөнгө көнгә тиклем ул махсус тәрбиә үткән.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Шишмә, Ишембай, Тәтешле, Борай һәм Нуриман райондары ат сабышына әҙерләнә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд