Өфөлә «Башҡортостандың йәш лидерҙары» конкурсы ярымфиналы үтте

Өфөлә «Башҡортостандың йәш лидерҙары» конкурсы ярымфиналы үтте https://bash.news/news/106025_fl_bashortostandy_jsh_liderary_konkursy_yarymfinaly_tte
21 сен 2019, 19:12

Юғары квалификациялы хеҙмәткәрҙәрҙе ҡайҙан табырға, белемһеҙҙәрҙән нисек арынырға? Ике мәсьәләне бер юлы хәл итеү өсөн төбәктә "Башҡортостан лидерҙары" конкурсы ойошторолғайны. Уның ярҙамында заманса һәм һәләтле 50 идара хеҙмәткәрҙәре һайлап алынды. Бөгөн республикала бәйгенең икенсе өлөшө старт алды. Был юлы кадрҙар проекты төбәктең йәш лидерҙарын эҙләйәсәк.

Интеллектуаль квест ярҙамына йәштәр үҙҙәренең лидерлыҡ сифаттарын асыҡлай. Кемдер дилбегәне үҙ ҡулына алған, икенселәре уңайлы варианттар эҙләй, өсөнсөләре лә ситтә ҡалырға теләмәй. Арҡан менән ойошторолған уйын тәү ҡарашҡа ғына ябай күренә, әммә күҙҙәрҙең бәйләнгән булыуы өҫтәмә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра.

Конкурста ҡатнашыусылар иғтибарына башҡа мәсьәләләр ҙә тәҡдим ителде. Әлбиттә, ваҡыт яғы бик самалы, шуға һәр һорауҙы иркенләп хәл итеү мөмкин түгел. Әммә күп кенә йәштәр төплө белемдәре менән һөйөндөрҙө. Уңыш серен улар аҡыл менән эш итә белеү һәм командалағы берҙәмлек тип аңлата.

Бөгөн республикала һәләтле, тырыш һәм яңы башланғыстарға нигеҙ һала белгән йәштәр өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыу бурысы ҡуйыла. Был йәһәттән лидерҙар конкурсының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ, ти белгестәр. Бәйгенең икенсе өлөшөндә 35 йәшкә тиклемге 1 700-ҙән ашыу кеше ҡатнашырға теләк белдергән. Уларҙың 10 проценттан күберәге дистанцион баһалау этабын уңышлы үтеп ярымфиналға һайлап алынған.

Бәйгенең ойоштороусылары йәш лидерҙың портретын да төҙөгән. Уға уртаса 32 йәш, юғары белемле, бер нисә телдә иркен аралаша. Әйтергә кәрәк, ярымфиналға сығыусыларҙың күбеһен ир-егеттәр тәшкил итә. Белгестәр фекеренсә, был бер ҙә осраҡлы түгел, сөнки әлеге көндә лә төрлө вазифалы урындарҙа күбәрәк көслө зат вәкилдәрен осратырға мөмкин.

Республика төбәктәренән тыш, конкурсҡа Мәскәү, Нефтеюганск һәм Яңы Уренгой ҡалаларынан да килеүселәр бар. Ойоштороусылар еңеүселәрҙе декабрь аҙағында иғлан итә. Әммә алдағы "Башҡортостан лидерҙары"нан айырмалы был юлы уларға дәүләт һәм муниципаль органдарында юғары вазифалы эш урындары тәҡдим ителмәй. Шулай ҙа ойошмалар үҙҙәрен һынауҙарҙы уңышлы үткән йәш кадрҙар менән тәьмин итә ала.

Автор: Илдар Байбулатов.

Өфөлә «Башҡортостандың йәш лидерҙары» конкурсы ярымфиналы үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество