Өфөлә санитар таҙартыу айлығы сиктәрендә шәмбе өмәһе үтте

Өфөлә санитар таҙартыу айлығы сиктәрендә шәмбе өмәһе үтте https://bash.news/news/106026_fl_sanitar_taartyu_ajlyy_siktrend_shmbe_me_tte
21 сен 2019, 19:17

Майҙансыҡтар тәртипкә килтерелде. төрлө экологик саралар ойошторолдо. Шәмбе ялын файҙалы үткәреүселәр менән БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова аралашты.

Эшләйбеҙ. Ошондай девиз аҫтында Өфө халҡы биләмәләрҙе сүп-сарҙан таҙартыуға сыҡты. Төп иғтибар сүп йыйыу техникаһына бирелә. Иртәнсәк Дим биҫтәһенән Камаз, таҙартыу машиналары шәмбе өмәләре үткәрелгән урындарға ҡуҙғалды.

Һауа торошо ямғырлы булыуға ҡарамаҫтан, Өфөлә йәшәүсе граждандар "Эшләйбеҙ" экологик акцияһына әүҙем ҡушылды. Өмәлә ҡатнашыусыларға ярҙамға янғын һүндереүселәр ҙә сыҡты.

Урмансылар паркы күңелле йыр-моңға күмелгән. Майҙанда төрлө конкурстар, квестар ойошторолдо. Шәмбе өмәһенә Азат Хәбибов дуҫтары менән бергә килгән. Акцияла йыл һайын ҡатнашҡан егет паркта бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыттар, төргәктәр күп осрай, теп билдәләй.

Экологик өмә барышында Урмансылар паркында 45 тоҡ сүп-сар йыйылды. Улар барыһы ла эшкәртеүгә оҙатылды. Шулай уҡ акцияла ҡатнашыусылар өсөн "Таҙалыҡ уйындары" ойошторолдо. Сарала әүҙемлек күрһәтеүселәрҙе дәртләндереү маҡсатында бүләктәр таратылды. Улар эҫе сәй, бутҡа менән һыйланды.

Экологик акция бөгөн Рсәйҙең 70 төбәгендә үтте. Республикала барлығы 900 майҙансыҡ сүп-сарҙан таҙартылды. Былтыр "Эшләйбеҙ" проектында Башҡортостанда 132 меңдән ашыу кеше 11 мең кубометр ҡый ҡалдыҡтары йыйған. Киләһе дөйөм экологик өмә 5 октябрҙә уҙа. Акцияла теләге булған һәр кем ҡатнаша ала.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Өфөлә санитар таҙартыу айлығы сиктәрендә шәмбе өмәһе үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд