Илдә беренсе тапҡыр Бөтә Рәсәй «Тиң мөмкинлектәр» акцияһы үтә

Илдә беренсе тапҡыр Бөтә Рәсәй «Тиң мөмкинлектәр» акцияһы үтә https://bash.news/news/106027_ild_berense_tapyr_bt_rsj_ti_mmkinlektr_akciyay_t
21 сен 2019, 19:22

Физик кәмселеге булған, ауыр тормош хәлендә ҡалыусыларға мөнәсәбәтте яҡшыртыу маҡсатында уҙғарылған сарала һәр кем мохтаждар ярҙам ҡулы һуҙа, аралаша, теләктәрен еткерә ала. Изгелеккә ҡоролған ниәтте фотоға төшөрөп #ВМЕСТЕНАРАВНЫХ хештегы менән социаль селтәрҙәрҙә лә бүлешергә мөмкин. Бөтә Рәсәй акцияһына Каринэ Хабирова ла ҡушылды. Ул тыумыштан күреү һәләте насар булған 9 йәшлек Софья менән 15 йәшлек Артем Бондаренколар ғаиләһендә булды.

Софьяға туғыҙ йәш. Уның тыумыштан күреү һәләте ни бары 20 процент. Ҡыҙ музыка мәктәбендә белем ала айырыуса солфеджио һәм музыка теорияһы дәрестәрен ярата. Инглиз телендә аралашырға өйрәнә. Вокал буйынса шөғөлләнә, оҫта итеп һүрәт төшөрә. Киләсәктә йырсы һөнәрен һайларға, музыка мәктәбендә балалар уҡытырға теләй.

Софья Бондаренко, Өфөлә йәшәүсе: “Һүрәт төшөрөргә яратам: һыбайлыны, автомобилисты төшөрҙөм. Һүрәт төшөрөү буйынса алты дәрес алдым. Бынан тыш, музыка мәктәбендә шөғөлләнәм, инглиз телен өйрәнәм”.

Софья Бондаренконың бер туған ағаһы Артем күреү һәләтенән бөтөнләй мәхрүм. Әммә ул төшөнкөләккә бирелмәй. Брайль сиситемаһы буйынса китаптар уҡый, хикәйәләр ижад итә, музыка менән мауыға. Йүгереү, йөҙөү спорты буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәр араһында ойошторолған ил кимәлендәге ярыштарҙа һәр ваҡыт беренсе урындар яулай.

Артем Бондаренко, Өфөлә йәшәүсе: “Быйыл мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың Бөтә Рәсәй спартакиадаһында ҡатнаштым Йошкар-Олала сығыш яһаным. Ауыр булманы. Атай-әсәйем, дуҫтарым менән бер команда булып йөрөнөк”.

Бондаренколар ғаиләһе 2011 йылда Өфөгә Ханты-Манси округынан күсеп килгән. Башҡортостанға күсеүҙең төп сәбәбе-бында күреү һәләте түбән һәм бөтөнләй һуҡыр балаларға белем алыу һәм төрлә һөнәрҙәргә үҫтереү мөмкинлектәре киң.

Елена Бондаренко, Софья һәм Артем Бондаренколарҙың әсәһе: “Беҙ йәшәү өсөн Башҡортостанды осраҡлы һайламаныҡ. Бында һуҡырҙар һәм насар күргән балаларға махсус мәктәп -интернат бар. Балалар икеһе лә унда белем ала. Мәктәбебеҙ торған йортобоҙға ла яҡын урынлашҡан”.

Софья менән Артем Бондаренколар йорттарына ҡунаҡ килгәнен ярата. Каринэ Хәбирова менән йылы аралашыу барышында балалар үҙҙәрен күҙҙәре күргән тиҫтерҙәренән кәм тоймауҙарын, ижади үҫештә һәм уҡыуҙа спортта алдынғы икәндәрен иҫбатланы.

Артем Бондаренко Каринэ Хәбироваға нисек итеп брайль системаһы менән уҡырға өйрәнеүе, тома һуҡыр хәлдә лә бер ҡасан да төшөнкөләккә бирелмәүе, йөҙөү, ҡаяға үрмәләү менән мауығыуы, реалистик хикәйәләр ижад итеүе хаҡында мауыҡтырғыс итеп һөйләне.

Софья менән Артем ата-әсәле тулы ғаиләлә тәрбиәләнә. Балаларҙың мөмкинлектәре сикләнһә лә, ата-әсәләре уларҙы йәмғиәттә үҙ урынын тапһын, һөнәр алһын өсөн мөмкин булғандың бөтәһен дә эшләй.

"Тиң мөмкинлектәр " Бөтә Рәсәй акцияһын ойоштороусылар инвалид балаларҙың һәм ауыр тормош хәлендә ҡалғандарҙың социаль статусын үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Был мөһим акцияға ҡушылған Каринэ Хәбирова ла физик мөмкинлектәре сикләнгәндәргә һәр кемебеҙ иғтибарлы булһын, йылы мөнөсәбәт күрһәтһен тигән теләкте еткерҙе.

Автор: Гүзәл Борханова.

Илдә беренсе тапҡыр Бөтә Рәсәй «Тиң мөмкинлектәр» акцияһы үтә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество