«Башҡортостан» дәүләт теле-радиокомпанияһында алып барыусы курстаты асылды

«Башҡортостан» дәүләт теле-радиокомпанияһында алып барыусы курстаты асылды https://bash.news/news/106148_bashortostan_dlt_teleradiokompaniyaynda_alyp_baryusy_kurstaty_asyldy
23 сен 2019, 21:47

Белем камиллаштырыу - заман талабы. Киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә эшләргә теләүселәр өсөн “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһында махсус курстар ойошторола. Мәктәп-студия сиктәрендә телерадио журналист һөнәре менән танышырға теләүселәр, шулай уҡ тәжрибәле хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын күтәреү өсөн уҡыуҙар башланды.

"Башҡортостан" телерадиокомпанияһында белем алырға килеүселәрҙең алдағы көндәре бай йөкмәткеле дәрестәр артында үтәсәк. Зәңгәр экрандарҙың кадр артында ҡалған көндәлеге менән танышырға теләүсе йәштәрҙең тәүге көнө телевидение тарихын өйрәнеү, тәжрибәле белгестәр менән аралашыуҙан башланды. Телеүҙәктә ойошторолған экскурсия сиктәрендә улар тапшырыуҙар нисек төшөрөлгәнен, тура эфир үҙенсәлектәре һәм радио эшмәкәрлеге менән танышты.

"Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһының телерадио сәнғәт мәктәп-студияһы үҙенсәлекле белем усағы - бында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һөнәри белем бирелә. Шуға ла курста белемен камиллаштырырға килгән һәләтле журналистар һәм телевидение менән таныш булмаған кешеләр өсөн айырым программалы дәрестәр ҡаралған.

Мәктәп-студия етәкселеге, Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып уҡыуҙар ойоштороу өсөн махсус лицензия ала. Телевидение һәм радио академигы Шәүрә Ғилманова ошо курстар ярҙамында "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы байтаҡ һәләтле хеҙмәткәрҙәр менән тулыланды тип билдәләй.

2005 йылда асылған телерадио мәктәп-студияһында 1500-ҙән ашыу телевидение хеҙмәткәре уҡып сыҡҡан. Курстарҙа телерадио журналистарҙан тыш, техник хеҙмәткәрҙәр, оператораҙар, режиссерҙар, хәбәрселәр белем ала.

Киң мәғлүмәт саралары даими үҫешкән һайын был өлкәлә эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең белеме лә яңы кимәлгә күтәрелеүе шарт. Мәктәп-студия курстарын тамамлаусыларға һөнәри белем һәм оҫталыҡты раҫлаусы танытма бирелә.

Автор: Флорида Ким.

«Башҡортостан» дәүләт теле-радиокомпанияһында алып барыусы курстаты асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA