Әбйәлил районы «Милләттәр кросы»на ҡушылды

Әбйәлил районы «Милләттәр кросы»на ҡушылды https://bash.news/news/106151_bjlil_rajony_millttr_krosyna_ushyldy
23 сен 2019, 21:50

Бөтә Рәсәй спорт сараһында өлкәндәр менән бергә мәктәп уҡыусылары, хатта балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре лә ҡатнашты. Тәүге, 400 метрлыҡ дистанцияла район хакимиәтенең бүлектәрендә эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр, төбәк советы депутаттары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, район үҙәгенең ойошма-учреждениелары етәкселәре йүгерҙе.

Артабан стартҡа уҡыусылар һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар баҫты. Ойоштороусылар билдәләүенсә, биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күскәндән һуң һәр шәмбене файҙалы һәм күңелле үткәреү бурысы ҡуйылған. Был йәһәттән спорт ярыштары йәш быуындың сәләмәтлеген нығытырға ярҙам итә.

"Милләттәр кросы"нда район буйынса дүрт мең самаһы спортсы, йәғни төбәктә йәшәүсе һәр унынсы кеше йүгерергә сыҡҡан. Уларҙы көн дауамында яуған ямғыр ҙа ҡурҡытмаған. Шулай уҡ бындай саранан республика кимәлдә ойошторолған "Сәләмәт ауыл" конкурсында ҡатнашыусылар ҙа ситтә ҡалмаған.

Автор: Илдар Байбулатов.

Әбйәлил районы «Милләттәр кросы»на ҡушылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд