Башҡортостан Башлығы муниципалитеттар менән видеоселектор кәңәшмә үткәрҙе

Башҡортостан Башлығы муниципалитеттар менән видеоселектор кәңәшмә үткәрҙе https://bash.news/news/106160_bashortostan_bashlyy_municipalitettar_menn_videoselektor_kshm_tkre
23 сен 2019, 22:51

Радий Хәбиров бөгөн үк йылытыу миҙгеленә күсеү буйынса видеоселектор кәңәшмәһе үткәрҙе, министрлыҡ, ведомстволар етәкселәре, муниципаль берәмектәр башлыҡтары ҡатнашлығында үткән кәңәшмә ярты сәғәт элек кенә тамамланды.

Иртәнге оператив кәңәшмәлә иғлан ителгән күрһәткестәр менән сағыштырғанда бер аҙ алға китеш бар, әммә республика йылытыу миҙгеле тулыһынса башланды тип әйтеп булмай. Башҡортостандағы 162 һаулыҡ һаҡлау учреждениеһының 10-ы йылылыҡҡа тоташтырылмаған, һүҙ тәү сиратта торлаҡ йорттарҙың беренсе ҡатныда урынлашҡан поликлиникалар хаҡында бара, уларға йылы фатирҙар менән бергә бирелә. Мәғариф обьекттарынң 96,4 процентында миҙгел асылған.

Мәҙәниәт учреждениеларына килгәндә, уларҙың һаны 38, йылылыҡ тик 12-дә бирелгән. Күп ҡатлы торлаҡҡа килгәндә күрһәткес-89 процент, йәҫни 18 мең обьекттың 2 меңдән ашыуында әле торбалар һыуыҡ. Радий Хәбиров кисекмәҫтән проблеманы хәл итергә һәм башҡарылған эш буйынса отчет бирергә ҡушты.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башҡортостан Башлығы муниципалитеттар менән видеоселектор кәңәшмә үткәрҙе

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество