Рәсәй тимер юлдары Өфөнөң Дим биҫтәһе менән Иглин ауылы араһында тура бәйләнеш төҙөйәсәк

Рәсәй тимер юлдары Өфөнөң Дим биҫтәһе менән Иглин ауылы араһында тура бәйләнеш төҙөйәсәк https://bash.news/news/106226_rsj_timer_yuldary_fn_dim_bite_menn_iglin_auyly_araynda_tura_bjlnesh_tjsk
24 сен 2019, 21:33

Бынан тыш, тимер юлы менән ҡала транспортын бер схемаға берләштереү юлдары ла ҡарала. Ошо туралағы килешеү бөгөн "Урал транспорты"4-се халыҡ-ара форумында төҙөлдө. Республика хөкүмәте һәм тимер юлы компанияһы ҡул ҡуйған документтар төбәктә транспорт үҫешен яңы кимәлгә күтәрәсәк.

1 апрелгә 589 яңы автобус. Һәм был көлкө көнө шаяртыуы түгел. Башҡортостан транспорты ысын мәғәнәһендә яңырыу осоро кисерә. Йыл аҙағына тиклем урта һәм ҙур класлы 527 яңы автобус рейсҡа сығырға тейеш. Ә бит бер йыл элек кенә "Башавтотранс" предприятиеһы бөлгөнлөккә төшөп ябылыу хәлендә ине. Хәҙер эске ихтыяж ҡәнәғәтләндерелеп сит төбәктәргә юл йөрөү транспорты хәстәрләнә.

Предприятие әле ҡайтанан үҫеш юлына баҫты. Йәмәғәт транспорты яңырыу менән эшкә килеүселәр ҙә үҙ сиратында хеҙмәт хаҡы ла арта башлаған.

Дәүләт предприятиеһы менән бер рәттән шәхси автобус хужалары ла тәртипкә өйрәтелә. Республикала барлыҡҡа килгән "Алға" берҙәм транспорт картаһы менән хәҙер ПАЗиктарҙа ла иҫәпләшергә мөмкин. Һәр хәлдә уларға карталар ҡабул итеүсе терминалдар урынлаштырылған.

Ғөмүмән, "Алға" йүнәлеше транспорт өлкәһенең һәр тармағында ла һиҙелә. Һауа ҡапҡалары 4 миллион пассажирҙы хеҙмәтләндереп иң яҡшы төбәк аэропорттары исемлегендә, тимер юлы яңы бәйләнештәр аса, ә йылға транспорты быйыл беренсе тапҡыр сит илгә иген оҙатты.

Киләсәктә юл йөрөү үҙе бер кинәнес буласаҡ, тип ышандыра белгестәр. Башҡортостанда транспорт хәрәкәтен көйләү өсөн интеллектуаль система эшләнә. Үҙәк асфальт сифатын, тығындарҙы, светофорҙар эшен дә үҙе көйләп торасаҡ.

Был эштәрҙең барыһы ла "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проекты сиктәрендә эшләнә. Әйткәндәй, республика ил башлығы ҡуйған бурыстарҙы арттырып үтәй.

Шулай ҙа транспорт өлкәһендә хәл итәһе мәсьәләләр байтаҡ. Заман талаптарына яраҡлаштырылған юлдар, күперҙәр төҙөү, уңайлы логистика үҙәктәре булдырыу, йөк транспортлауҙы камиллаштырыу, пассажирҙар хеҙмәтләндереү сифатын яңы кимәлгә сығарыу һәм башҡалар. Баш ҡалала дүртенсе тапҡыр уҙғарылған "Урал транспорты" халыҡ-ара форумында ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары өйрәнеләсәк.

Автор: Айнур Кәбиров.

Рәсәй тимер юлдары Өфөнөң Дим биҫтәһе менән Иглин ауылы араһында тура бәйләнеш төҙөйәсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд