Башҡортостанда еңел сәнәғәт тауарҙары күләмен арттырыуға дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк

Башҡортостанда еңел сәнәғәт тауарҙары күләмен арттырыуға дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк https://bash.news/news/106229_bashortostanda_eel_snt_tauarary_klmen_arttyryua_dlt_yaramy_krtelsk
24 сен 2019, 21:35

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа үткән парламент уҡыуҙары сиктәрендә белгестәр был өлкәне үҫтереү юлдары буйынса фекер алышты. Бөгөнгө көндә төбәктә еңел сәнәғәт тауарҙарын етештереүсе 400-ҙән ашыу предприятие иҫәпләнә. Дөйөм алғанда, 2018 йыл һөҙөмтәләре буйынса тармаҡта аҡса әйләнеше 11 миллиард һумға тиң.

Киләсәктә был һандарҙы бер нисә тапҡыр арттырыуы күҙаллана. Башҡортостанда етештерелгән тире, күн тауарҙар, туҡымалар, аяҡ кейеме илдең күп кенә сауҙа нөктәләрендә һатыла. Еңел сәнәғәт тармағын үҫтереү маҡсатында дәүләт субсидияларын арттырыу күҙ уңында тотола.

Константин Толкачев, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе: “Мәғлүм булыуынса, 1 декабрҙән контрафакт тауарҙарҙы бөтөрөү маҡсатында еңел сәнәғәт продукцияһын махсус маркировка менән тамғалау ҡаралған. Әлбиттә, үҙгәрештәрҙе ғәмәлгә ашырыр өсөн өҫтәмә сығымдар талап ителә. Тармаҡта эшләүсе предприятиелар етәкселегенә дәүләт тарафынан ярҙам күрһәтеү юлдары барлана”.

Автор: Флорида Ким.

Башҡортостанда еңел сәнәғәт тауарҙары күләмен арттырыуға дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество