Туймазы ҡалаһында йәшәүсе ғаилә район хакимиәте менән судлаша

Туймазы ҡалаһында йәшәүсе ғаилә район хакимиәте менән судлаша https://bash.news/news/106317_tujmazy_alaynda_jshse_ail_rajon_xakimite_menn_sudlasha
25 сен 2019, 21:45

Инвалид бала тәрбиәләүсе булараҡ Миңлеәхмәтовтарға законға ярашлы торлаҡ биреү ҡаралған. Ләкин муниципалитет ғаиләгә ҡаршы дәғүә менән судҡа сыға. Асыҡланған хәл-ваҡиғалар баланың ата-әсәһенең иреген сикләүе ихтимал.

2012 йылда Миңлеәхмәтовтар ғаиләһендә беренсе ҡыҙҙары Әмирә тыуа. Өс көндән һуң табиптар бәләкәстең бөйөрөндә яман шеш таба. Бер ай эсендә төрлө тикшеренеүҙәр үткәндән һуң, ҡыҙға ике операция яһала. Береһе - шеш менән бергә бөйөрҙө алыу буйынса, икенсеһе ысҡынған йөйҙәр тегелә.

Медик-социаль экспертиза комиссияһы Әмирәне инвалид тип таный. Һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләүсе булараҡ Миңлеәхмәтовтар яңы торлаҡ алыу өсөн сиратҡа баҫа.

Миңлеәхмәтовтар әйтеүенсә, уларға ер участкаһы бүленә, әммә унда инфраструктура юҡ. 2014 йылдан алып йәш ғаилә район хакимиәте менән суд тупһаһын тапай. Яңы асыҡланған тикшереү буйынса ҡыҙҙың инвалидлыҡ белешмәһе ялған булыуы ихтимал. Туймазы суды Миңлеәхмәтовтар файҙаһына ҡарар сығарһа ла, район хакимиәте менән судлашыу дауам итә.

Евгений Каневский, Рәсәй тәфтиш комитеты Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы: “Тәфтиш комитетында Туймазы ҡалаһында йәшәүсе ике кешегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды. Улар, баланың инвалидлыҡ справкаһының осорон оҙайтыу өсөн медик-социаль экспертиза филиалы етәксеһенә ришүәт биреүҙә ғәйепләнә. Алдараҡ был факт буйынса медик -социаль экспертиза комисияһы етәксеһенә суд ҡарары сығарылғайны, ул бөгөнгө көндә үҙ көсөнә инде”.

Миңлеәхмәтовтарға ҡарата суд тикшереү эше дауам итәсәк. Әгәр ҙә енәйәт танылһа, йәш ғаилә яуаплылыҡҡа тарттырылыуы ихтимал.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Туймазы ҡалаһында йәшәүсе ғаилә район хакимиәте менән судлаша

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество