«Тарих биттәрендә» фестивален Әбйәлил районы дауам итә

«Тарих биттәрендә» фестивален Әбйәлил районы дауам итә https://bash.news/news/106324_tarix_bittrend_festivalen_bjlil_rajony_dauam_it
25 сен 2019, 21:52

Әбйәлилем - биш ырыу төбәге. Өфөлә "Башҡортостан тарихы биттәре" республика фестиваль-марафоны аҙағына яҡынлаша. Иртәгә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Әбйәлил районы таланттары сығыш яһай.

Программала район тарихы һәм уның күренекле шәхестәре менән таныштырыу, урында етештерелгән тауар һәм әйберҙәр күргәҙмәһе, төбәктең ижади эшмәкәрҙәре һәм башҡарыусылары концерты ҡаралған. Баш ҡала халҡы алдындағы оло һынауға әбйәлилдәр бер нисә ай элек үк әҙерлек башлаған.

Әбйәлил районында мәҙәниәтте һәм милли йолаларҙы быуындан-быуынға тапшыра беләләр. Төбәк үҙенең күренекле шәхестәре менән дә дан тота. Байрам сиктәрендә улар менән осрашыуҙар ҙа ҡаралған. Шуға ла ойоштороусылар Өфөлә йәшәүсе һәр кемде күркәм саранан ситтә ҡалмаҫҡа саҡыра.

Автор: Илдар Байбулатов.

«Тарих биттәрендә» фестивален Әбйәлил районы дауам итә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA