Өфөлә «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһы»ның стратегик сессияһы үтте

Өфөлә «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһы»ның стратегик сессияһы үтте https://bash.news/news/106331_fl_blkj_m_urta_eshyuarly_korporaciyayny_strategik_sessiyay_tte
25 сен 2019, 23:01

Уның эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм федераль корпорация идараһы рәйесе Александр Браверман ҡатнашты. Корпорация йүнселдәргә гарантиялы финанс һәм лизинг ярҙам күрһәтеүе менән әһәмиәтле. Сессия барышында 780 миллион һумлыҡ бер нисә инвестиция проекттары тикшерелде.

Республика етәксеһе билдәләүенсә, бөгөн төбәктә бизнес өсөн заманса инфраструктура төҙөлә. Атап әйткәндә, күптән түгел Өфөлә "Минең бизнес" үҙәге эшләй башланы, шулай уҡ Хөкүмәттә һәм муниципаль берәмектәрҙә аҙна һайын инвесторҙар менән осрашыуҙар уҙғарыла. Корпорация менән хеҙмәттәшлек беҙҙең өсөн ышаныслы һәм һөҙөмтәле финанс ярҙам сығанағы, тине Башҡортостан Башлығы.

Өфөлә «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһы»ның стратегик сессияһы үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество